

Был изге эшкә Г.Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынаң, Республика кардиология үҙәге диагностическа үҙәктәре ҡушылған.
Табиб-белгестәр составына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡалар ингән.
Акция республиканың барлыҡ райондарын да үҙ эсенә ала. Әлеге көндә 109 810 кеше ҡаралған. 39 838 кеше тикшерелгән, шул иҫәптән 25 365 флюорография, 14 473 маммография үтелгән. 3 566 кешенең ҡанында шәкәрҙең юғары булыуы асыҡланған. 4 458 гражданиндың ҡанында холестерин кимәле артыҡ, 6 340 кешелә ҡан баҫымы юғары булған.
Бригадалар график буйынса алты районда эшен дауам итә:
- Өфө маршруты Благовар районында эшен тамамлай (23.08 – Троицкий, 24.08-26.08 – Благовар ауылында була).
- Дыуан маршрутының эше тамам.
- Нефтекама маршруты эшен Дүртөйлө районында түңәрәкләй (22.08-24.08 – Иҫке Байыш, 25.08-26.08 – Иҫке Яндыҙ ауылдарында була).
- Октябрьск маршруты Дәүләкән районында эш башлай (22.08-23.08 – Яңы Йәнбәк, 24.08-26.08 – Ҡамсалытамаҡ ауылдарында ҡабул итә).
- Стәрлетамаҡ маршруты Ейәнсура районында эшен дауам итә (Уларҙы 22.08-23.08 – Этҡол , 24.08-26.08 – Үрге Муйнаҡ ауылдарында көтөгөҙ).
- Белорет маршруты эшен тамамланы.
Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, табибҡа сират менән инәләр.