Сәләмәт булайыҡ
21 Август 2022, 14:00

Груша файҙалы...

Әммә зыяны ла юҡ түгел

Груша файҙалы...Груша файҙалы...
Груша файҙалы...

Груша ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалыуҙа булышлыҡ итә, эсте йомшарта, ҡандағы холестерин күләмен кәметә. Был емештә калий күп, ул иһә йөрәк өсөн файҙалы. Һейҙек юлдары, бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн дә груша ашарға ҡушалар. Составында сорбит күп булыу арҡаһында, уны шәкәр диабеты менән сирле кешеләргә лә тәҡдим итәләр.

Әммә грушаның зыяны ла юҡ түгел. Ситтән килтерелгәндәрендә күп осраҡта эсте ауырттырыу, диареяға килтереү ихтималлығы күҙәтелһә, баҡсаларҙа өлгөргәнде сифатлы күреп күп ҡулланыусылар ҙа сирләп ҡуя. Бигерәк тә ашҡаҙан аҫты биҙе сире булған кешеләргә был емеште самаһын белеп ашарға кәңәш ителә.

Һәр нәмәлә сама кәрәк икәнлеген онотмағыҙ!

Фото: sazhaemvsadu.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас