

Халыҡ медицинаһын бер нисек тә инҡар итеп булмай. Медицина препараттары файҙаһы булмағанда ла, быуаттар төпкөлөнән килгән тәжрибәгә таянып, аяҡҡа баҫҡандар күп булыуы ошо хаҡта һөйләй. Яңыраҡ Земфира Садиҡова быуға ятып дауалау серҙәре менән уртаҡлашты. Уны һеҙгә лә тәҡдим итергә булдыҡ.
Быуындар ауыртҡанда, бил һыҙлағанда, ҡатын-ҡыҙ ауырыуынан, ҡатыу ҡалҡҡанда, бәүел тотмағанда килешә быҡтырылған үләнгә ятыу. Әремгә аллергия булғандарға, шулай уҡ йөрәк, баш ауыртҡанда кәңәш ителмәй. Шулай уҡ үләндә ятҡанда бөтә тән күмелергә тейеш. Үлән урынына ҡарағай әпилкәһе һалырға ла була, тиҙәр.
“Быуға ятҡаным юҡ ине. Ғафури тәбиғәтенең матурлығы, һыуының тәмлелеге һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Был йолаға тыуған районыма барып өйрәндем.
Соҡорҙоң киңлеге 60 сантиметр, оҙонлоғо ике метр булды. Тәрәнлеге тубыҡтан түбән булырға тейеш.
Соҡор ҡаҙылды. Тултырып ут яҡтыҡ. Ерек, ҡайын утынына ут тоҡандырҙыҡ, соҡор эсе ҡорттар, бөжәктәрҙән таҙарынды. Ер йылынды. Күмерен йыйып алдыҡ һәм тәмле ҡурпы, бесән түшәнек.
Бер биҙрә һыу һипкәс, тирә йүнгә хуш еҫ аңҡыны. Бесәнде соҡоп, аҫҡараҡ кереп яттыҡ. Соҡорҙоң балсыҡ стеналары эҫе ине. Тирләп яттыҡ. Ел тынды.
Ҡаршыла – Ҡолама яланы, икенсе яҡта Уҡлы ҡая. Йәмилә тауы күренеп тора. Йыраҡ түгел Һарыташ. Тирә-яҡта туристар, палаткалар.
Сөйөн төбө яланында ятабыҙ. Ҡарағайҙың ылыҫ еҫе танауға килеп бәрелә, мәтрүшкә еҫе тарала. Ел юҡ. Хуш еҫле бесән быуында ятҡандан һуң, соҡорҙан тороп, Ергә рәхмәт әйттем.
Тормошома риза булып, шөкөр ,бер биҙрә һыуҙа ҡойондом. Яҡында ғына аҡҡан Еҙем һыуынан сәй ҡуйҙыҡ. Бөгөнгө тормошомдан ныҡ ҡәнәғәтмен. Тәбиғәттең ағас, ер, һыу менән бер бөтөн булып тын алыуына һоҡландым. Тирләп, мунсанан сабынып сыҡҡандай ҡыҙарып, яңы тыуған бала хәләтенә керҙем. Ҡайтҡас, мәтрүшкәле сәйҙе яңы айыртылған бал менән эстем. Быу менән дауаланыуҙы мунсала сабыныу менән сағыштырырға ла була.
Шифаһы ҙур. Яңы сабылған бесәндең хуш еҫе йәнемде имләне”, – тип уртаҡлашты Земфира Садиҡова.
Фото: Земфира Садиҡованың сәхифәһенән.