

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, әле Башҡортостанда сирҙең таралыу коэффициенты 1,2 тәшкил итә, илдә – 1,4. Һуңғы аҙнала сирләү кимәле 46 процентҡа үҫкән.
Әлеге ваҡытта 166 кеше дауаханаларҙа ята, 1261 кеше өйҙә амбулатор шарттарҙа дауалана. Республиканың ковид-госпиталдәрендә сирлеләр өсөн 560 урын әҙерләнгән, уларҙың 37 проценты биләнгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров коллегаларына республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуына бәйле ревакцинация кәрәклеген үҙ миҫалында күрһәтергә саҡырҙы.
Башҡортостанда 2 873 227 кеше прививка яһатҡан, республикала вакцинациялау кимәле 95 процент тәшкил итә, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғары. 772 580 кеше (пландың 80,9 проценты) ревакцинацияланған.
Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 25 муниципалитет август аҙағына иҫәпләнгән ревакцинация буйынса планды үтәгән. Туғыҙ муниципалитетта ревакцинация кимәле 70 проценттан кәмерәк. Улар араһында – Стәрлетамаҡ, Межгорье, Йылайыр, Мәсетле, Өфө, Баймаҡ, Асҡын, Ишембай һәм Мишкә райондары.
“Кемгә ревакцинация яһатырға ваҡыт етте, әйҙәгеҙ быны башҡарайыҡ. Ҡайһы берәүҙәр юғары антиесемдәр булһа, ревакцинация яһамаҫҡа мөмкин тип иҫәпләй. Ләкин белгестәр антиесем кимәленә ҡарамаҫтан, ярты йылға бер тапҡыр вакцина яһатырға кәңәш бирә. Әле яңы тулҡын башланды, бер кем дә һаҡланмай, битлек кеймәйбеҙ. Шуға күрә берҙән-бер һөҙөмтәле һаҡланыу алымы – ревакцинация”, – тип билдәләне Андрей Назаров.
– Штаммдар үҙгәрә, вакцинация һәм ревакцинация уларҙан һөҙөмтәле һаҡланыу ысулы булып ҡала, - тип өҫтәне Айрат Рәхмәтуллин.
Фото:1obl.ru