Сәләмәт булайыҡ
23 Августа 2022, 14:30

Ауырығандар һаны арта башланы

Айрат Рәхмәтуллин ковидҡа бәйле хәл, ауырыуҙы иҫкәртеү, ревакцинация һәм башҡалар тураһында һөйләне

Ауырығандар һаны арта башланыАуырығандар һаны арта башланы
Ауырығандар һаны арта башланы

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Ул ковидҡа бәйле хәл, ауырыуҙы иҫкәртеү, ревакцинация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ойошмаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.

– Республикала ковид менән ауырығандарҙың артыуы күҙәтелә. Һеҙҙеңсә, беҙгә сирҙең яңы тулҡыны килеп еттеме, әллә беҙ әлегә урталағы стадияламы?

– Ысынлап та республикала ғына түгел, бөтә донъя буйынса, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер төбәктәрендә лә яңы коронавирус сиренең көсәйеүе билдәләнә. Беҙ аҙна һайын Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив штабтарында бөтә һандарҙы күҙәтеп барабыҙ. Штамға килгәндә, әле “омикрон” өҫтөнлөк итә, әммә уның да төрҙәре бар, штамдар даими үҙгәрә. Сирҙе күптәр еңел йәки уртаса үткәрә. Уның үҙенсәлектәре: һалҡын тейгәндәге кеүек тымау, йүтәл. Әйткәндәй, 65 йәштән өлкәндәрҙең һәм ниндәйҙер ауырыуҙары булғандарҙың хәүеф төркөмөнә инеүен оноторға ярамай, шуға күрә ошо категорияға ҡараған граждандар хаҡында хәстәрлек күреү фарыз. Әле беҙҙә хәл тотороҡло, ләкин күреүебеҙсә, тәүлегенә сирлеләр 200-ҙән арта башланы, уҙған аҙнала ғына 140-150 ине.  Күрһәткестәр үҫә, ләкин улар “Роспотребнадзор” билдәләгән нормаларға һәм иң сикке күрһәткестәргә ҡарағанда түбәнерәк.

Фото: vk.com/wall-150065392

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас