

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Ул ковидҡа бәйле хәл, ауырыуҙы иҫкәртеү, ревакцинация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ойошмаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.
– Әле беҙҙә ревакцинация нисек бара? - тип һораны алып барыусы.
– Әүҙем эшләйбеҙ, ошо көндәрҙә генә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән оператив штаб ултырышы булды. Ревакцинация барышы буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында дүртенсе-бишенсе урындарҙы биләйбеҙ. Был яҡшы һөҙөмтә. Ә ревакцинацияны алты ай һайын яһатырға кәрәклеге билдәләнде, шуға күрә барығыҙҙы ла поликлиникаларға саҡырам, - тине министр.
Фото: rg.ru