

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Ул ковидҡа бәйле хәл, ауырыуҙы иҫкәртеү, ревакцинация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ойошмаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.
– Сирҙең яңы ҙур тулҡынына юл ҡуймау өсөн беҙгә нимә эшләргә?
– Кәңәштәр шул уҡ – ауырығанығыҙҙы тойоу менән тест бирергә, халыҡ күп йыйылған урындарҙа йөрөмәҫкә, айырыуса хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға, урамда йөрөп ҡайтҡас, ҡулды ныҡлап йыуырға.
Фото: ufanotes.ru