

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” республика конкурсын ойошторҙо. Уның тәүге этабы 25 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. ”Быуындар күсәгилешлеге” номинацияһында ҡатнашҡан Ғүмәровтарҙың табиптар династияһына ла ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Ғаилә башлығы Минеғәле Ишмөхәмәт улы һәм уның хәләл ефете Фәрҙиә Ғәлийән ҡыҙының да, улдары Азат һәм ейәндәре Ағзамдың да, ҡыҙҙары Гүзәлдең дә, ошо татыу мөхиттә тәрбиәләнгән туғандары Айҙар һәм уның ҡатыны Айгөлдөң дә ғүмерлеккә һайлаған һөнәрҙәре бер: улар Ер йөҙөндәге иң гуманлы профессия эйәләре – табиптар.
Баймаҡ районының Байым ауылында күп балалы Ғүмәровтар ғаиләһендә тыуып үҫкән кинйә улдарының табиптар династияһына нигеҙ һаласағын Ишмөхәмәт ағай менән Кинйәбикә апай башына ла килтермәгәндер. Тик ата-әсәнең теләге бер булыуы мәғлүм: кинйә улдарын уҡытып кеше итеү. Үҫмерҙең белем алыу маҡсаты ҙур була, тәбиғәттең ҡырыҫлығы ла, юлһыҙлыҡ та күрше ауыл мәктәптәренә йөрөп уҡыу өсөн кәртә була алмай. Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, интернатураны тамамлау менән Баймаҡ район дауаханаһына йүнәлтмә ала. Күп тә үтмәй, йәш балалар хирургын бүлексә мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Өмөтлө, талантлы белгес дауахананың баш табибы вазифаһында байтаҡ эштәр башҡарып өлгөрә, учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға, ремонт эшләүгә, ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә.
Балалар хирургы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы Минеғәле Ишмөхәмәт улы ғаиләһе менән дә хаҡлы ғорурлана ала.Тормош юлдашы Фәрҙиә Ғәлийән ҡыҙы – педиатр, юғары категориялы табип,Башҡортостан һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, өлкән улы Азат – юғары категориялы хирург, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, ейәне Ағзам да хеҙмәт династияһын уңышлы дауам итә. Ҡыҙҙары Гүзәл – кардиолог, республика кардиология диспансерының баш табибы урынбаҫары. Айҙар – һәләтле хирург, ҡатыны– педиатр. Бөгөн ҙур хеҙмәт династияһының уңыштары Минеғәле Ишмөхәмәт улында ғорурлыҡ тойғоһо уята торғандыр. Ғүмәровтар нәҫелендә 22 табип иҫәпләнә, хеҙмәт стаждары –341 йыл!
Фото: ғаилә архивынан.