

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Ул ковидҡа бәйле хәл, ауырыуҙы иҫкәртеү, ревакцинация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ойошмаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.
– Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре күҙәтелһә, ковид менән сирләүгә шик тыуһа, шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергәме? Әле күптәр үҙаллы дауалана. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Пандемия осоронда был мәкерле сирҙе дөрөҫ баһаларға өйрәндек. Уның йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһап, тромбоздар барлыҡҡа килтереү ихтималлығын да, башҡа насар эҙемтәләре хаҡында ла беләбеҙ, шуға күрә үҙаллы дауаланырға ярамай, табипты өйгә саҡырырға, ПЦР-тест тапшырырға һәм квалификациялы дауаланырға кәрәк.
Фото: moi-goda.ru/novosti