

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервьюһында ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу тураһында һөйләне.
– Был бик мөһим тема. Ысынлап та, әле беҙ парадигманы үҙгәртеп, һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһына иғтибар итергә, баҫым яһарға тырышабыҙ. Пациент тәү башлап тап ошо звеноға – фельдшер-акушерлыҡ пунктына, табип амбулаторияһына, поликлиникаға йәки башҡа структур бүлексәгә мөрәжәғәт итә. Ошо өлкәне кадрҙар менән тәьмин итеү беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеште тәшкил итә, уның буйынса әүҙем эшләйбеҙ, был табиптарға ла, урта медицина персоналына ла ҡағыла. Шулай уҡ Радий Фәрит улының күрһәтмәһенә ярашлы Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм республиканың башҡа ҡалаларында медицина колледждарының өҫтәмә филиалдарын астыҡ, уларға ҡабул итеү урындары арттырылды. Колледждарға быйыл уҡырға ингән йәштәр киләсәктә дәүләт медицина ойошмаларын тулыландырыр, тип ышанам.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, структур подразделениеларҙы, ауылдағы медицина ойошмаларын йыһазландырабыҙ. Төҙөлөш йәһәтенән дә, яңы ҡорамалдар һатып алыу буйынса ла эш алып барыла. Ошо көндәрҙә генә Нефтекамаға компьютер томографы килде, хәҙер уны монтажлау бара.
Фото: utv.ru