Сәләмәт булайыҡ
24 Августа 2022, 03:00

Диспансерлаштырыу нисек бара?

Уның тәүге этабын урындағы ФАП-та ойошторалар.

Диспансерлаштырыу нисек бара?Диспансерлаштырыу нисек бара?
Диспансерлаштырыу нисек бара?

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Унда диспансерлаштырыу тураһында ла һөйләштеләр.

– Белеүемсә, беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары яҡшы йыһазландырылған һәм уларҙа квалификациялы фельдшерҙар эшләй. Ә был пункттарҙа диспансерлаштырыу үткәреләме?

– Эйе, беҙ ысынлап та быйыл айырыуса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йыһазландырабыҙ, сөнки тап ошо түбәнге һаулыҡ һаҡлау звеноһына пациент тәү башлап мөрәжәғәт итә. Быйыл модулле 55 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөйбөҙ, был да ауылға өҫтәмә ярҙам буласаҡ. Әйткәндәй, үҙем дә бер нисә фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнаштым, халыҡ бындай ваҡиғаны һәр саҡ ыңғай ҡабул итә. Диспансерлаштырыуға килгәндә, ул бер нисә этаптан тора. Анкета тултырыуға, ябай тикшереүҙәргә ҡоролған тәүге этапты фельдшер-акушерлыҡ пункттарында үткәрә алабыҙ, сөнки уларҙағы медицина мәғлүмәт-аналитика системаһын ла, шул уҡ кардио, ЭКГ-аппараттар ҙа быны эшләргә мөмкинлек бирә.

Фото: resbash.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас