

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Ул "Хәстәрлекле поликлиника" проектының бурыстары менән таныштырҙы.
– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина учреждениеларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу нисек бара?
– Быйыл мең ярымдан ашыу ҡорамал көтәбеҙ. Өҙөклөктәр юҡ, был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең “Хәстәрлекле поликлиника” проекты менән таныштырып үтергә теләйем. Беҙҙең бурыс – поликлиникала пациенттың “юҡ” тигән һүҙҙе ишетмәүе, йәғни уның һәр үтенесе ҡәнәғәтләндерелергә тейеш. Был проектты әүҙем үҫтереп, түбәнге звенола медицина ярҙамын ойоштороу менән шөғөлләнәсәкбеҙ.
Фото: scrb.by