

Бөгөн һаңғыраулыҡ, ишетеү һәләтен юғалтыу – донъяла киң таралған инвалидлыҡ төрҙәренең береһе. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, яҡындарының тауышын ишетеүҙән мәхрүм булғандар һаны 360 миллион тәшкил итә. Бындай ҙур һандарҙан сәс үрә торорлоҡ.
Инвалидлыҡ сәбәптәре ниҙә? Ауырыуҙарға ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙып булмаймы ни? Һаңғыраулыҡ һәм насар ишетеүҙең төп сәбәбен генетик тайпылыштарҙан, ҡолаҡтың хроник сирҙәренән (мәҫәлән, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, менингит, паротит), ҡайһы бер дарыуҙар тәьҫиренән, тирә-яҡ мөхиттең зарарлы шарттарынан күрәләр. Табиптар фекеренсә, сир осраҡтарының яртыһын, уларҙың сәбәбен ваҡытында асыҡлағанда, һауыҡтырып булыр ине. Халыҡты иммунизациялау, әсә һәм бала сәләмәтлеген һаҡлау, хеҙмәт гигиенаһын тәьмин итеү сирҙәрҙе кәметергә ярҙам итәсәк.
Балалар сәләмәтлеге йыш ҡына ата-әсәнең иғтибарлы булыуына бәйле. Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың ҡолағына бысраҡ һыу эләкмәгәнме, ҡолағына ваҡ әйберҙәрҙе тыҡмағанмы, һеҙҙең әйткәнде яҡшы ишетәме – барыһы ла күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Баланың башына, ҡолаҡ тирәһенә шаяртып та һуҡҡыларға ярамай. Хәүефле билдәләр күҙәтелһә, ашығыс рәүештә дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ.
2015 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы “Ишетеү һәләтегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!” тигән кампания башланы. Ни өсөн тигәндә, кешеләр көслө, яңғырауыҡлы тауыштан хәүефләнмәй башланы. Ҡолаҡ тондорорлоҡ музыка, күңел асыу һәм спорт учреждениеларында, төнгө клубтарҙа, дискотекаларҙа, концерт залдарында, стадиондарҙа башты ауырттырырлыҡ тауыш ғәҙәти хәлгә әүерелде. Заманса технологиялар йылдан-йыл тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә. Аудиоплеерҙарҙы оҙаҡ ҡулланыуҙың зыяны раҫланған инде. Ҡаты тауыштарҙың даими тәьҫирендә ишетеү һәләтенең бөтөнләй юғалыуы ихтимал, ти табиптар.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарындағы 1,1 миллиард йәш кешенең сәләмәтлеге, ишетеү һәләте – хәүеф аҫтында. 12–35 йәштәге 43 миллиондан ашыу кеше төрлө сәбәптәр арҡаһында һаңғыраулыҡтан яфалана, шуға күрә бөгөн балаларға һәм йәштәргә ҡаты, яңғырауыҡлы тауыш тәьҫиренән һаҡланыу ҡағиҙәләрен аңлатыу, ишетеү һәләтен юғалтыуҙы иҫкәртеү мөһим.
Бөтә донъяла сентябрь айында Халыҡ-ара ымлап һөйләү теле көнө билдәләнә. Ул миллионлаған һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләргә иғтибар йөҙөнән булдырылған. Башҡортостанда ундайҙар биш меңгә яҡын.
Динә АРЫҪЛАНОВА