Сәләмәт булайыҡ
26 Август 2022, 14:00

Ботокс нимәһе менән хәүефле?

Нисек тәьҫир итә икән ул организмға? Һөҙөмтәһен тиҙ күрһәтә лә ул, ә сифаты яғынан нисек, зыяны бармы, булһа, ниндәй күләмдә?

Ботокс нимәһе менән хәүефле?Ботокс нимәһе менән хәүефле?
Ботокс нимәһе менән хәүефле?

Хәҙерге заман косметологияһында һырҙарҙы бөтөрөү, тирене шымартыу, йәшәртеү буйынса ниндәй генә процедуралар юҡ! Йәнең теләгәнен һайлап алырға була - дәртең, унан да бигерәк аҡсаң мул булһын. Радиочастоталы лифтинг, лазер, контур пластикаһы, ботокс... Йәш, матур ҡалып, үҙ-үҙенә ышанысы кәмемәһен тип тырышҡан ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк тә һуңғыһына йыш мөрәжәғәт итә. Ыңғай һөҙөмтәһе лә тиҙ күренә, ул тиклем ҡыйбат та түгел, процедура өсөн ваҡыт та күп талап ителмәй. Ә мәсьәләнең төбөнә төшөп ҡарағанда нисек тәьҫир итә икән ул дөйөм организмға? Һөҙөмтәһен тиҙ күрһәтә лә ул, ә сифаты яғынан нисек, зыяны бармы, булһа, ниндәй күләмдә?

Тарихҡа күҙ һалайыҡ


Ботокс - ботулотоксин исемле көслө ағыу нигеҙендә яһалған матдә. Ул нервы күҙәнәктәрен ҡатырыу һәләтенә эйә, шул сәбәпле мускулдар менән бәйләнеше юғала. Был тере күҙәнәктәр үҙ эшмәкәрлеген туҡтата тигән һүҙ. Ботулотоксин косметологияла мускулдарҙы хәрәкәтһеҙләндереп, һырҙарҙы яҙыу өсөн ҡулланыла.

XIX быуат аҙағында Бельгия бактериологы Э.ван Эрменген боҙолған ветчина ҡалдыҡтарында ошондай ағыу - Clostridium Botulinum - барлығын асыҡлаған. Шунлыҡтан уны колбаса ағыуы тип тә йөрөтәләр. Ул эләкһә, организм ҙур зарар кисереп, аҙағы бик насар - үлемесле бөтөүе лә ихтимал. Был асышты хәрбиҙәр ҙә ситләп үтмәгән - уны көслө емергес биологик ҡорал итеп файҙаланғандары тураһында ла һөйләй тарих. 1975 йылда АҠШ армияһы дошмандарына ҡаршы уны XR коды аҫтында ҡулланған.

1960 йылдарҙа ботулинды иң тәү башлап америка офтальмологы маймылдарҙың ҡылый күҙен дауалағанда ҡулланып ҡарай. Тәжрибә уңышлы тойолғас, артабан бәләкәй дозалар менән кешеләрҙең ҡылыйлығын, күҙ менән бәйле башҡа етешһеҙлеген дауалау өсөн тотона. Шунан инде бит мускулдары етешһеҙлеген, ҡыйыш муйынлылыҡты, юғары тонус арҡаһында хәрәкәт боҙолоуын дауалағанда ҡуллана башлай.

Был препараттың көсө менән күп аҡса эшләү мөмкинлеге асыҡланғас, америка-ирланд фармацевтика компанияһы ботулотоксинды ҡулланыуға хоҡуҡ һатып ала һәм уның исемен "Ботокс" тип үҙгәртә. Шулай итеп тәүге коммерция медицина препараты барлыҡҡа килә. Уның ярҙамында бит-муйында нервы-мускул боҙолоуы арҡаһындағы етешһеҙлектәрҙе, ДЦП сирлеләрҙе, гиперкинезды (үҙенән үҙе бит тартышыуҙы) дауалайҙар. Ваҡыт үтеү менән уны ҡулланыу киңерәк ҡолас ала бара.

 

Бер һүҙһеҙ зыянлы, ти күптәр

 

Ботокс - иң ағыулы матдә. Уның ике балғалағы бер ил халҡын, ә ике килограмы ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡты юҡ итергә мөмкин, тигән мәғлүмәтте лә күрергә мөмкин интернетта.

Һуңғы йылдарҙа косметологияла ботулинотерапия процедураһы киң таралды. Ботокс - бер ниндәй операцияһыҙ ҙа тиҙ генә ыңғай һөҙөмтә бирә торған процедура. Уның тәьҫиренән биттәге һырҙар яҙыла, тире шымара. Нисек шундай һөҙөмтәгә өлгәшелә - препарат индерелгәндән һуң нервы күҙәнәктәре ҡата, шунлыҡтан мускулға унан сигнал бармай, һәм ул үҙ сиратында үҙенә тәғәйенләнгән бурыстарҙы башҡармай, хәрәкәтләнмәй. Был мускулдар йоҡомһорағанда, икенселәре - күршеләре нығыраҡ көсәнеп эшләй һәм шул урында көтөлмәгән үҙгәреш - яңы һырҙар барлыҡҡа килә. Бынан тыш, препарат организмдың бүтән өлөштәренә үтеп инеп тә зарарларға мөмкин. Яҡшы һөҙөмтәһе ҡыҫҡа ваҡытлы, бер нисә айҙан шул уҡ һырҙар йәнә үҙ урынында хасил була һәм, йәшәреү курсын яңынан ҡабатлағанда, ботулин күберәк миҡдарҙа талап ителә. Ботокс һаулыҡҡа һәм тышҡы ҡиәфәткә төҙәлмәҫлек зыян һала, ти белгестәр.

 

Иң һөҙөмтәле ысул, ти уны яратып өлгөргән ҡатын-ҡыҙ


Икенселәр раҫлауынса, ботокс - эстетик медицинала иң һөҙөмтәле, һыналған, хирургик ысулһыҙ ҙа йәшлекте һәм матурлыҡты ҡайтара алыусы киң таралған алым. Матурлыҡ клиникаһы белгестәре фекеренсә, ботокс - ул таҙартылған тәбиғи протеин, әҙ күләмдә маңлай, күҙ, ауыҙ тирәһендәге үтә әүҙем мускулдарҙың хәрәкәтен кәметергә булышлыҡ итеүсе сара. Косметологияла ул ун йыллап уңышлы ҡулланыла. Хәҙер ул - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан 18-ҙән 65 йәшкә тиклемге пациенттарҙың ҡаш араһындағы, маңлайҙағы, күҙ тирәһендәге һырҙарын ваҡытлыса бөтөрөү (дауалау) өсөн ботокс булараҡ раҫланған препарат.

Бына шундай ике төрлө ҡараш йәшәй йәшәртеү препаратына ҡарата. Күренеүенсә, үлсәүҙең бер яғында - ваҡытлыса матурлыҡ, икенсеһендә - һаулыҡ. Ә улар үҙ сиратында бер-береһенә ныҡ бәйле, бер нисек тә бер-береһенә ҡаршы ҡуя торған төшөнсәләр түгел. Үрҙә яҙылғандарҙан сығып, һығымтаны һәр кем үҙе сығарыр, ботоксты ҡулланыу-ҡулланмау буйынса ҡарарҙы ла тик үҙе ҡабул итер.


Фото:101hairtips.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас