

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин коронавирус инвекцияһынан ревакцинация эшләтте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был – уның COVID-19-ҙан өсөнсө вакцинацияһы.
“Бөгөн COVID-19-ҙан тағы ревакцинация үттем. Беҙҙең Рәсәй вакциналары барлыҡ яңы штамдарҙан һаҡлауҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Дөйөм алғанда, был – минең өсөнсө прививка. Үҙемде шәп тоям. Бер юлы миҙгел киҙеүенән дә прививка эшләттем, табиптар бер көндә ике прививканы яһатырға тәҡдим итә. Иммунитетым яҡшы. Ә былай яҡынлашып килгән көҙ-ҡыш тураһында уйларға кәрәк, вирустар тағы баш ҡалҡытасаҡ. Һаҡлаған антиесемдәр ыңғай хасил булмай, шуға, әйтелгәнсә, санаңды йәй әҙерлә”, - тип яҙған Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Максим Забелин коронавирус инфекцияһынан Рәсәй вакциналарының ышаныслы һәм һөҙөмтәле булыуын билдәләне. “Беҙҙә уңышлы һынау үткән биштән ашыу вакцина Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә генә түгел, унан ситтә лә файҙалана. Ул донъяла ҙур танылыу тапты. Башҡортостан Республикаһына килгәндә, өс миллиондан ашыу кеше – 18 йәштән өлкәндәр ҙә, 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәр ҙә был вакцинаны файҙаланды”, - тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе.
Максим Забелин яңы уҡыу йылы алдынан ата-әсәләргә балаларға вакцина яһатырға кәңәш итә. “Хәҙер үк – уҡыу йылы алдынан йәки сентябрь башында - балаларға вакцина эшләтергә кәрәк. Белеүебеҙсә, көҙ – беҙҙә, ғәҙәттә, сирләү осраҡтары артҡан миҙгел. Киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән бәйле хәүефте кәметеү өсөн беренсе сиратта вакцина яһатырға кәрәк”, - тип белдерҙе Максим Забелин.
Фото: Максима Забелиндың телеграм-каналынан.