

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғилми-тикшеренеү үҙәге белгесе Марина Петрачкова уҡыу йылы башланыр алдынан балаларға күҙҙәр үткерлеген һәм сәләмәтлеген һаҡлауҙа нисек ярҙам итеү тураһында кәңәштәре менән уртаҡлашты.
– Балаларҙың күреү һәләтенең насарланыуы ғәҙәти хәлгә әүерелде. Сәбәбе иһә йыш ҡына күрәшлек йәки миопия менән бәйле. Сир башлыса мәктәп йылдарында үҫешә. Мәктәпте тамамлаусыларҙың 25-30 проценты күрәшлектән яфалана, йыл һайын быға дусар балалар һаны ла арта. Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың күрәшлек йышлығы алты-һигеҙ процент тәшкил итһә, өлкән кластарҙа 25-30 процентҡа етә.
Уҡыу йылында күҙҙәргә төшкән юғары көсөргәнеш арыта, астенопия башлана. Төп билдәләре – күреү һәләтенең насарланыуы, баш ауыртыуы, күҙҙәрҙең әсетеп яфалауы, шуға күрә уҡыу йылы башланыу алдынан офтальмологка күренеү бик мөһим, сирҙе иҫкәртеү һәр саҡ еңелерәк. Һуңғы ун йыл эсендә миопия патологияһының киң таралыуы билдәле, айырыуса 7 – 15 йәшлек балаларҙа йыш осрай.
Бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне үтәү ҙә күҙҙәр сәләмәтлеген һаҡларға ярҙам итәсәк: гаджеттарҙы уйлап, сама менән файҙаланыу, балаға уңайлы ял һәм эш урыны әҙерләү, саф һауала күберәк йөрөү.
Ваҡытынан алда күреү һәләте насарланмаһын өсөн, күҙҙәрҙе ультрафиолет нурҙарынан һәм яҡтылыҡтың тура төшөүенән һаҡларға кәрәк. Рулдә барғанда, пляжда ял иткәндә махсус ҡара күҙлек кейергә тәҡдим итәбеҙ. Смартфон, компьютер экрандары артыҡ яҡты булмаһын. Ҡала фатирҙарында һауаның ҡоро булыуы күҙҙәргә насар йоғонто яһай. Тәбиғәттә ял итеү күҙҙәрҙәге көсөргәнеште йомшарта, баш мейеһен кислородҡа байыта.
Тәмәке тартыу һәм алкоголь күреү нервыһын зарарлай, күҙҙәрҙең селтәрле шекәрәләге ҡан әйләнешен боҙа. Тимәк, сәләмәтлеккә зыян килтергән насар ғәҙәттәрҙән арыныу урынлы. Организмға витаминдарҙың тейешле кимәлдә инеүе лә мөһим. Айырыуса А, Е, С витаминдары тупланған аҙыҡтар файҙалы. Кишер, ҡарағат, ҡара көртмәле – шулар иҫәбендә.
Офтальмологта даими рәүештә тикшеренеү үтеү күҙ сирҙәренең аҙыуына кәртә булып тора. Иртә осорҙа дауалау уларҙы тулыһынса һауыҡтырырға ярҙам итә. Күҙ – кешенең тормошо, һаулығы, булмышы өсөн үтә әһәмиәтле ағза. Күреүсәнлекте юғалтыу фажиғәгә тиң. Кешенең социаль, аралашыу мөмкинлектәре тарая, физик уңайһыҙлыҡ ҡына түгел, психологик проблемалар барлыҡҡа килә. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ауырыуҙар күҙ табибына ваҡытында мөрәжәғәт иткәндә һуҡырлыҡ осраҡтарының 80 процентын булдырмаҫҡа, дауалау өсөн тейешле сараларҙы һайлап алырға һәм күреүсәнлек насарланыуын аҡрынайтырға мөмкин булыр ине.
Динә АРЫҪЛАНОВА