Сәләмәт булайыҡ
26 Август 2022, 15:30

Күсмә бригадалар һаман да юлда

 Акция башланғандан алып бөтәһе 114 меңдән ашыу пациент ҡабул ителгән, 41 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән...

Күсмә бригадалар һаман да юлдаКүсмә бригадалар һаман да юлда
Күсмә бригадалар һаман да юлда

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика буйлап эшен дауам итә. Бөгөн акция башланғандан алып бөтәһе 114 меңдән ашыу пациент ҡабул ителгән, 41 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән.

Күсмә медицина бригадалары алты районда графикка ярашлы эштәрен дауам итә:

Өфө маршруты Шишмә районында эш башлай (29-30 августа Иҫке Мусала, 31 августан 1 сентябргә тиклем Шөнгәккүлдә);

Дыуан  маршруты эшен тамамланы;

Нефтекама маршруты Илеш районында эш башлай (29 августа  Ҡужбаҡтыла, 30 августа Ташкисеүҙә, 31 августа Иҫке Ҡырғыҙҙа,1 сентябрҙә Ябалаҡта, 2 сентябрҙә Иғмәттә);

Октябрьский маршруты Дәүләкән районында эш башлай (29 августа Ҡәҙерғолда, 30 августа Бик-Ҡарамалыла, 31 августа Имай–Ҡарамалыла);

Стәрлетамаҡ маршруты Ейәнсура районында эшен тамамлай (29-30 августа Ибрайҙа);

Белорет маршруты эшен тамамланы.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас