Сәләмәт булайыҡ
26 Август 2022, 12:30

Нәзифа Ҡадирова менән Зөлфиә Ҡудашева күңелде дауаланылар

Табиптар тәнде дауалаһа, артистар йәнде дауалай шул...

Нәзифа Ҡадирова менән Зөлфиә Ҡудашева күңелде дауаланыларНәзифа Ҡадирова менән Зөлфиә Ҡудашева күңелде дауаланылар
Нәзифа Ҡадирова менән Зөлфиә Ҡудашева күңелде дауаланылар

Башҡортостанда “Күңелде дауалаусылар” тип аталған социаль-мәҙәни проект  эшләй башланы. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Табиптарҙың эмоциональ яныуын, талсығыуын кәметеүгә йүнәлтелгән проектта танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы проекттың төп нөктәһе булды. Билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын байрам ойошторҙо. Табиптар тәнде дауалаһа, артистар йәнде дауалай шул. Бындай күңелле байрамдар көсөргәнеште йомшартыуға, кәйефте күтәреүгә булыша, профессиональ яныуҙан һаҡлай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йөкмәткеле сара республиканың башҡа дауаханаларында ла үткәреләсәк.

Кемдәр табиптарҙың күңелен асҡан, йәшәүгә дәрт өҫтәгән? Уларҙың араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин, халыҡ-ара “Йәшлек-шоу-20” конкурсы еңеүсеһе, популяр музыкант Ришат Рәхимов та бар ине.

Табиптар хөрмәтенә йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәр әйтелде. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова арт-терапия  элементтары менән  мольберттарҙа оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараны ойоштороусылар дауаханаға күренекле Башҡортостан рәссамдарының репродукцияларын тапшырҙы. Хәҙер был картиналар галереяһы менән табиптар ғына түгел, пациенттар ҙа таныша ала.

Дауахана хеҙмәткәрҙәре  һәм профсоюз комитеты ойоштороусыларға бындай күркәм идеялары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. 2023 йылдың 31 июненә тиклем концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, сәнғәт һәм мәҙәниәт иленә мауыҡтырғыс сәйәхәт дауам итәсәк.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас