Сәләмәт булайыҡ
26 Август 2022, 12:40

Сирҙең яңы тулҡыны килә...

Һәр үтенес ҡәнәғәтләндерелергә тейеш.

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Ул ковидҡа бәйле хәл, ауырыуҙы иҫкәртеү, ревакцинация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ойошмаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.

 

– Республикала ковид менән ауырығандарҙың артыуы күҙә­телә. Һеҙҙеңсә, беҙгә сирҙең яңы тулҡыны килеп еттеме, әллә беҙ әлегә урталағы стадияламы?

– Ысынлап та, республикала ғына түгел, бөтә донъя буйынса, шул иҫәптән Рәсәй Федерация­һының ҡайһы бер төбәктәрендә лә яңы коронавирус сиренең көсәйеүе билдәләнә. Беҙ аҙна һайын Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив штабтарында бөтә һандарҙы күҙәтеп барабыҙ. Штамға килгәндә, әле “омикрон” өҫтөнлөк итә, әммә уның да төрҙәре бар, штамдар даими үҙгәрә. Сирҙе күптәр еңел йәки уртаса үткәрә. Уның үҙенсәлектәре: һалҡын тейгәндәге кеүек тымау, йүтәл. Әйткәндәй, 65 йәштән өлкәндәрҙең һәм хроник ауырыу­ҙары булғандарҙың хәүеф төркө­мөнә инеүен оноторға ярамай, шуға күрә ошо категорияға ҡараған граждандар хаҡында хәстәрлек күреү фарыз. Әле беҙҙә хәл тотороҡло, әммә, күреүебеҙсә, тәүлегенә сирлеләр 200-ҙән арта башланы, уҙған аҙнала ғына 140-150 ине.  Күрһәткестәр үҫә, ләкин улар “Роспотребнадзор” билдәләгән норма­ларға һәм иң сикке күрһәткестәргә ҡарағанда түбәнерәк.

 

– Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре күҙәтел­һә, ковид менән сирләүгә шик тыуһа, шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергәме? Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

– Пандемия осоронда был мәкерле сирҙе дөрөҫ баһаларға өйрәндек. Уның йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһына кире йоғонто яһап, тромбоздар барлыҡҡа килте­реү ихтималлығын да, башҡа насар эҙемтәләре хаҡында ла беләбеҙ, шуға күрә үҙаллы дауаланырға ярамай. Табипты өйгә саҡырырға, ПЦР-тест тапшырырға һәм квалификациялы дауаланырға кәрәк.

 

– Сирҙең яңы ҙур тулҡынына юл ҡуймау өсөн беҙгә нимә эшләргә?

– Кәңәштәр шул уҡ – ауырыған­ығыҙҙы тойоу менән тест бирергә, халыҡ күп йыйылған урындарҙа йөрөмәҫкә, айырыуса хәүеф төркө­мөнә ҡарағандарға, урамда йөрөп ҡайтҡас, ҡулды ныҡлап йыуырға.

– Әле беҙҙә ревакцинация нисек бара?

– Әүҙем эшләйбеҙ, ошо көн­дәр­ҙә генә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән оператив штаб ултырышы булды. Ревакцинация барышы буйынса беҙ Рәсәй төбәк­тәре араһында дүртен­се-бишенсе урындарҙы биләйбеҙ. Был – яҡшы һөҙөмтә. Ә ревакцинацияны алты ай һайын яһатырға кәрәклеге билдәләнде, шуға күрә барығыҙҙы ла поликлиникаларға саҡырам.

 

– Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаҫмы? “Йәшәү өсөн кәрәкле препараттар сентябрҙә етмәйәсәк” тигән имеш-мимеш ҡайҙан сыҡты икән?

– Был, ысынлап та, буш хәбәр. Беренсенән, тән температураһын төшөрә торған препараттар төрлө­сә һәм улар төрлө формала сыға­рыла, шуға күрә ҡотҡо таратырға, яһалма ихтыяж тыуҙырырға, дарыуҙы һаҡлыҡҡа һатып алырға ярамай. Препараттар етерлек, улар менән тулыһынса тәьмин ителгән­беҙ.

 

– Медицинала һәр саҡ беренсе урында, һис шикһеҙ, тәүге ярҙам күрһәтеү һәм диагностика тора. Бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ бармы? Түбәнге звено төп мәсьә­ләне тәшкил итә, уның менән ныҡлы шөғөлләнергә кәрәк, тигән һүҙҙәр әленән-әле ишетелә. Һеҙ был мәсьәләне нисек хәл итәһегеҙ?

– Эйе, был – бик мөһим тема. Ысынлап та, әле беҙ парадигманы үҙгәртеп, һаулыҡ һаҡлауҙың түбән­ге звеноһына иғтибар итергә, ба­ҫым яһарға тырышабыҙ. Пациент тәү башлап фельдшер-акушерлыҡ пунктына, табип амбулаторияһына, поликлиникаға йәки башҡа структур бүлексәгә мөрәжәғәт итә. Ошо өлкәне кадрҙар менән тәьмин итеү беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеште тәшкил итә, уның буйынса әүҙем эшләйбеҙ, был табиптарға ла, урта медицина персоналына ла ҡағыла.

Шулай уҡ Радий Фәрит улының күрһәтмәһенә ярашлы, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм респуб­лика­ның башҡа ҡалаларында медицина колледждарының өҫтәмә филиалдарын астыҡ, уларға ҡабул итеү урындары арттырылды. Колледждарға быйыл уҡырға ингән йәштәр киләсәктә дәүләт медицина ойошмаларын тулыландырыр, тип ышанам.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, структур подраз­деле­ниеларҙы, ауылдағы медицина ойошмаларын йыһазлан­ды­рабыҙ. Төҙөлөш йәһәтенән дә, яңы ҡорамалдар һатып алыу буйынса ла эш алып барыла. Ошо көндәрҙә генә Нефтекамаға компьютер томографы килде, хәҙер уны монтажлау бара.

 

– Белеүемсә, беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары яҡ­шы йыһазландырылған һәм уларҙа квалификациялы фельд­шерҙар эшләй. Ә был пункттарҙа диспансерлаштырыу үткәре­ләме?

– Эйе, беҙ, ысынлап та, быйыл айырыуса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йыһазландырабыҙ, сөнки тап ошо түбәнге һаулыҡ һаҡ­лау звеноһына пациент тәү башлап мөрәжәғәт итә. Быйыл модулле 55 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөйбөҙ, был да ауылға өҫтәмә ярҙам буласаҡ. Әйткәндәй, үҙем дә бер нисә фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡат­наштым, халыҡ бындай ваҡиғаны һәр саҡ ыңғай ҡабул итә. Диспансерлаштырыуға килгәндә, ул бер нисә этаптан тора. Анкета тултырыуға, ябай тикше­реүҙәргә ҡоролған тәүге этапты фельдшер-акушерлыҡ пункттарында үткәрә алабыҙ, сөнки уларҙағы медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы ла, шул уҡ кардио, ЭКГ-аппараттар ҙа быны эшләргә мөмкинлек бирә.

 

– Диспансерлаштырыуҙың ФАП-тағы йәки амбулатория­лағы тәүге этабы яйға һалынған. Ә артабан эш нисек ҡорола?

– Артабан пациент маммография, флюорография үтеү өсөн поликлиникаға ебәрелә һәм унан һаулығы тураһында һығымта ала. Хәҙер тикшереүҙәрҙе пациент йәшәгән ерҙә үткәрәбеҙ, ә һығым­таны табип булған ерҙә бирәбеҙ. Был пациент өсөн дә, беҙҙең хеҙмәткәр өсөн дә уңайлы.

 

– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина учреждениеларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу нисек бара?

– Быйыл мең ярымдан ашыу ҡорамал көтәбеҙ. Өҙөклөктәр юҡ, был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөл­ләнәбеҙ. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең “Хәстәрлекле поликлиника” проекты менән таныштырып үтергә теләйем. Беҙҙең бурыс – поликлиникала пациенттың “юҡ” тигән һүҙҙе ишетмәүе, йәғни уның һәр үтенесе ҡәнәғәтләндерелергә тейеш. Был проектты әүҙем үҫтереп, түбәнге звенола медицина ярҙамын ойоштороу менән шөғөлләнәсәкбеҙ.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас