

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғүмеренә хәүеф менән янаған һөт биҙе яман шеше элеккесә ауыр сирҙәр исемлеге башында тора. Йыл һайын республиканың күбеһе 50 йәштән уҙған 1 800 гүзәл затында был ҡурҡыныс сир асыҡлана. Йәш ҡатындарҙа сир айырыуса агрессив рәүештә үтә, ти онкологтар.
Республика онкология үҙәгендә был сирҙе дауалауҙың яңы ысулын ғәмәлгә индергәндәр. Табиптар махсус маркерҙар ярҙамында барлыҡҡа килгән яңы шештәрҙе теүәллек менән алып ташлай. Был дауалау ысулы һауыҡтырыу яғынан да, косметик йәһәттән дә күпкә отошлораҡ. Уны сирҙең төрлө стадияларында файҙаланып була.
Экрандағы ҡара тап – яман шеш. Хирургтың бурысы – ювелирҙарса аныҡлыҡ менән уның үҙәгенә барып етеп, титан маркерын ҡалдырыу. Шул рәүешле табиптар яман шештең урынын асыҡ билдәләй. Химия йәки радиотерапия менән дауалауҙа шештәр ярайһы ғына кәмеүе йәки бөтөнләй үҙенән-үҙе таралып юҡҡа сығыуы ихтимал. Тик был осраҡта ла хирургтар уларҙың тәүҙә барлыҡҡа килгән урынын яман шеш күҙәнәктәренән азат итеп алып ташларға тейеш. Ҡайһы саҡта күҙәнәктәрҙең бер өлөшө организмда ҡала, тимәк, операциянан һуң дауаланыуҙы дауам итергә кәрәк.
Был мөһим!
Яңы ысулды сир башланған осорҙа, шеш бәләкәй саҡта ҡулланалар.
Үкенескә ҡаршы, сирҙең башланып ҡына торған мәлендә пациенттарҙың ни бары бер процентында яман шеш асыҡлана икән.
Табиптарҙың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төп кәңәше – табип-маммологка йыл һайын күренеү. 50 йәшкә тиклем маммографияны кәм тигәндә өс йылға бер, артабан ике йылға бер тапҡыр үтеү кәрәк.
Яңы ысулды сир башланған осорҙа, шеш бәләкәй саҡта ҡулланалар. Шуға бер миҫал. Ирина тигән ҡатында яман шештең икенсе стадияла икәне асыҡлана. “Күкрәк шешен осраҡлы ғына һиҙеп ҡалдым. Бәләкәй генә төйөрҙөң ультратауыш тикшереүе үткәндән һуң яман шеш икәнлеге асыҡланды. Табип миңә онкология үҙәгенә барып анализдар бирергә ҡушты. Бына хәҙер мин диспансерҙа”, – ти ҡатын.
“Әгәр шеш үҙ ҡулдарың менән тотоп асыҡларлыҡ булған икән, был бик насар, – ти табип. – Республика онкология үҙәгендә иҫ киткес ҙур теүәллек менән эшләгән һанлы маммограф бар, ул һөт биҙендә хәүефле сирҙе хәбәр иткән микрокальцинаттарҙы асыҡларға һәләтле. Диагнозды раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн биопсия үткәрәләр”.
Үкенескә ҡаршы, сирҙең башланып ҡына торған мәлендә пациенттарҙың ни бары бер процентында яман шеш асыҡлана икән. “Элек республикала бындай биопсия юҡ ине. Микроакальцинаттарҙың барлығын, шик тыуҙырған участкаларҙы башҡа ысулдар менән тикшереү бик ауыр, хәҙер бындай уңайлы ысул үҙләштерелә”, – ти диспансерҙың бүлек мөдире Булат Ибраһимов.
Табиптарҙың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төп кәңәше – табип-маммологка йыл һайын күренеү. 50 йәшкә тиклем маммографияны кәм тигәндә өс йылға бер, артабан ике йылға бер тапҡыр үтеү кәрәк. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн тикшереүҙе һанлы ҡорамалда башҡарыу мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әлегә ҡайһы бер район дауаханаларында юҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА