Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2022, 09:30

Ауыл табибының исеме мәңгеләштерелде

Йылайыр районының иң төпкөл ауылы Кананикольск амбулаторияһының баш табибы Николай Хачин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Ауыл табибының исеме мәңгеләштерелдеАуыл табибының исеме мәңгеләштерелде
Ауыл табибының исеме мәңгеләштерелде

Ошо көндәрҙә Йылайыр районындағы Кананикольскиҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үткән. Сара сиктәрендә ауыл амбулаторияһының баш табибы Николай Хачинға мемориаль таҡтаташ асылған.

Николай Федорович 1941 йылдың 1 ғинуарында Ҡыҙыл Ҡушаҡ  ауылында тыуған. 1958 йылда Йылайыр урта мәктәбен тамамлап, колхозға эшкә килә. 1959 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһына «Фельдшер» һөнәре буйынса уҡырға инә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының  "Ашығыс ярҙам" станцияһында эшләй. 1962-1969 йылдарҙа Өфө медицина институтында уҡый, бер үк ваҡытта Өфөнөң "Ашығыс ярҙам" станцияһында эшләп тә йөрөй.

Медицина институтын тамамлағандан һуң Кананикольск участка дауаханаһына баш табип итеп ебәрелә, унда 2016 йылға тиклем эшләй. Николай Федорович «БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы» исеменә лайыҡ булған. Бер нисә тапҡыр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең, Кананикольск ауыл хакимиәтенең почет грамоталары менән наградланған.

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов белдереүенсә, тарихыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу - төп бурыстарҙың береһе. Был Николай Федорович тураһындағы хәтерҙең иҫән булыуын раҫлай.

Фото: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ауыл табибының исеме мәңгеләштерелде
Ауыл табибының исеме мәңгеләштерелде
Ауыл табибының исеме мәңгеләштерелде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас