Сәләмәт булайыҡ
29 Августа 2022, 14:30

Дауаханаларға – автомобиль асҡыстары

"Быйыл йөҙгә яҡын автомобиль тапшырҙыҡ, оҙаҡламай ашығыс ярҙам машиналарының ҙур партияһын аласаҡбыҙ".

Дауаханаларға  – автомобиль асҡыстарыДауаханаларға  – автомобиль асҡыстары
Дауаханаларға – автомобиль асҡыстары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дауалау учреждениеларына 21 автомобиль асҡысын тапшырҙы.

Яңы автомобилдәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынған һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарҙы илтеү, тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

LADA Granta автомобилдәре базаһында етештерелгән яңы машиналар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы йөрөтөүҙән тыш, участка терапевтарын, профилле белгестәрҙе ауырыуҙар янына илтәсәк.

“Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн күп объект төҙөйбөҙ, ҡорамалдар алабыҙ, табиптар штатын арттырыу буйынса эшләйбеҙ. Бөгөн тапшырған автомобилдәр тәү сиратта тәүге звенола эшләгән табиптарыбыҙҙың эшен уңайлыраҡ итәсәк. Быйыл йөҙгә яҡын машина тапшырҙыҡ, оҙаҡламай ашығыс ярҙам машиналарының ҙур партияһын аласаҡбыҙ. Техника менән бәйләнгән бөтә нәмәне тәртипкә килтерергә тейешбеҙ”, – тине республика етәксеһе.

Уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу өсөн автомобилдәр компьютер, ЭРА-ГЛОНАСС ашығыс иҫкәртеү системаһы, хәүефһеҙлек “мендәре”, артҡы ишектәрҙе блокировкалау системаһы менән йыһазландырылған. Яңы автомобилдәр Өфөнөң 13-сө һәм 21-се клиник дауаханаларына, икеһе баш ҡаланың балалар поликлиникаһына, ҡалғандары Аҡъяр, Оло Ыҡтамаҡ, Иҫәнғол, Үрге Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Талбазы, Туймазы, Учалы, Яңауыл үҙәк район дауаханаларына юл алды.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас