

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирус менән сирләү осраҡтары арта. Һуңғы тәүлектә был диагноз 417 кешегә ҡуйылған. Пандемия башланғаны бирле йоғошло сир 297871 кешелә табылған. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һөйләшеү булды. Һуңғы мәғлүмәттәр менән һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин таныштырҙы.
Әле дауаханаларҙа 221 кеше ята, уларҙың 155-е – 60 йәштән өлкәндәр. 17 пациент ауыр хәлдә, бер кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Министр белдереүенсә, 1862 кеше сир менән өйөндә көрәшә. Һуңғы тәүлектә 201 кеше һауыҡҡан. Был арала ковидтан үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация һәм ревакцинация кампанияһы әүҙем дауам итә. Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, республика коллектив иммунизация күрһәткестәре буйынса илдә дүртенсе урында. 2,9 миллион кеше вакцина яһатҡан, уларҙың һигеҙ меңе – балалар.
– Бөгөн беҙҙә ике компонентлы “Спутник V” вакцинаһы етерлек кимәлдә. Табиптар тәҡдиме буйынса, ныҡлы иммунитет булдырыр өсөн тап ике компонентлы вакцинаны яһатыу тәҡдим ителә, – тине министр.
Алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "сир буйынса үҫеш булһа ла, беҙ хәлде контролдә тотабыҙ һәм әлегә сикләүҙәр индермәйбеҙ" тип әйткәйне.
Фото: "Бәйләнештә".