Сәләмәт булайыҡ
30 Август 2022, 05:30

Бәшмәк менән һаҡ бул!

17 кеше ағыуланған...

Бәшмәк менән һаҡ бул!Бәшмәк менән һаҡ бул!
Бәшмәк менән һаҡ бул!

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан республикала бәшмәктән 17 кеше ағыуланған. Уларҙың береһе бәлиғ булмаған бала.

"Бәшмәк менән ағыуланыуҙың төп сәбәбе - ашарға яраҡлы һәм ағыулы бәшмәктәрҙе таный белмәү, ҡайһы бер ашарға яраҡлы һәм шартлы ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙән аш-һыуҙы дөрөҫ әҙерләмәү. Шулай уҡ дөрөҫ әҙерләнмәгән йәки боҙолған бәшмәктәр ағыуланыуға сәбәпсе булыуы мөмкин. Бер ҡасан да маринадланырға йәки бәшмәкте цинкланған һауыт-һабала тоҙларға ярамай», - тип белдерә "Роспотребнадзор" белгестәре.

Бәшмәкселәр өсөн иң ҡыҙыҡ мәл башланып тора, шуға күрә бәшмәк йыйғанда бик һаҡ булығыҙ, ашарға яраҡлыларын ғына белеп һайлағыҙ.

Фото: mo.tsargrad.tv

Автор:Карима Усманова
Читайте нас