

“Сәләмәтлек көнө” акцияһына ярашлы, ”РЖД-Медицина” дауаханаһы табиптары Өфө - Раевка ҡала яны поезында пассажирҙарҙы “Сәләмәтлек вагоны”нда ҡабул итте.
Маршрут дауамында һәр пассажир кардиолог, дерматолог, реабилитолог кеүек белгестәрҙән кәңәш алды, шулай уҡ киҙеүҙән вакцина йәки коронавирус инфекцияһынан ревакцинация яһата алды. ”Бындай акция өсөнсө тапҡыр ойошторолдо, ул граждандарҙың сәләмәтлеген хәстәрләүгә, етди сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлауға, шулай уҡ коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән”, – тип билдәләне транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов.
Был юлы “Көнбайыш экспрес”тың Өфө - Раевка маршрутын һайлап алдылар. 2022 йылдың апреленән алып унда “Ласточка” электропоезы йөрөй.
Руслан Ғарипов әйтеүенсә, бындай уңайлы һәм заманса поездар беҙҙә бер нисә. Һәр береһендә уңайлы сәфәр ҡылыу өсөн тейешле бөтә нәмә бар: комфортлы диван һәм багаж өсөн кәштәләр, салон һәм тамбурҙарҙа видеокүҙәтеү системаһы, заманса мәғлүмәт таблоһы, микроклиматты тәьмин итеү һәм һауаны зарарһыҙландырыу системаһы, энергияны һаҡлаусы технологиялар һәм башҡалар. Иң мөһиме - бында инвалидтар өсөн бөтә шарттар булдырылған. “Көнбайыш экспресы” өсөн Дим, Шишмә-1, Шөңгәккүл һәм Дәүләкән станциялары ҡаралған. Юл ваҡыты – 1 сәғәт 40 минут. Өфө - Раевка маршрутына билет хаҡы – 276 һум. Компания артабан да “Сәләмәтлек көндәре”н үткәреүҙе дауам итәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.