

Республикаға киҙеүгә ҡаршы вакциналар килеүен күптәр көтә торғандыр, сөнки әле прививка яһатыу өсөн бик ҡулайлы ваҡыт. “Нацимбио” холдингы республикаға киҙеүҙән тәүге вакциналар партияһын тапшырыуҙың беренсе этабын тамамланы. Бөтәһе Рәсәй предприятиелары етештергән 789,7 мең доза препарат бирелгән. Сауҙа маркалары – “Ультрикс Квадри” һәм “Совигрипп”.
Холдингтың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, быйыл инфекциянан һаҡланыу өсөн республикаға 1,9 миллион доза вакцина килтереләсәк. Киҙеү эпидемия рәүешендә таралып, миҙгел эсендә балаларҙың – 30, өлкәндәрҙең 10 процентҡа тиклемен зарарлауы ихтимал.
“Ультрикс Квадри” – Рәсәйҙә беренсе булып етештерелгән, үлтерелгән өлөшсәләрҙән торған дүрт валентлы вакцина, киҙеүҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы талаптарына яуап бирә. “Совигрипп” 2015 йылдан һаулыҡ һаҡлауҙа киң ҡулланыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.