Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2022, 12:35

Бер аҙна ғына ҡалды...

Дыуан, Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский маршруттары эштәрен тамамланы.

Бер аҙна ғына ҡалды...Бер аҙна ғына ҡалды...
Бер аҙна ғына ҡалды...

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы алдағы аҙнала эшен тамамлай. Акция осоронда бөтәһе 118 меңдән ашыу пациент ҡабул ителде. 43 меңгә яҡын тикшереү үткәрелде. Медицина бригадалары графикка ярашлы эштәрен дауам итә.

Өфө маршруты Шишмә районында эшен тамамлай ( 2-5 сентябрҙә - Шишмә ауылында, 6-7 сентябрҙә -  Тәжрибә-етештереү хужалығы биҫтәһендә, 8-9 сентябрҙә - Шишмә шәкәр заводы биҫтәһендә). Дыуан, Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский маршруттары эштәрен тамамланы. Нефтекама маршруты Илеш районында эшен тамамлай (2 августа Иғмәттә).

Ҡалған маршруттар графикка ярашлы эштәрен дауам итә. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, пациенттар сират менән ҡабул ителә.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас