Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2022, 10:30

Бишенсе балаһы ла имен-һау тыуҙы!

Йөклөлөк осоронда йөрәккә ныҡ көс төшә, шуға күрә һау әсәгә лә һаҡ булырға кәрәк. 

Бишенсе балаһы ла имен-һау тыуҙы!Бишенсе балаһы ла имен-һау тыуҙы!
Бишенсе балаһы ла имен-һау тыуҙы!

Республика кардиология һәм перинаталь үҙәктәр белгестәре тырышлығы менән кардиоүҙәк бинаһында ҡыҙ бала донъяға килгән.

Салауат ҡалаһында йәшәгән йәш ҡатын өсөн был планлаштырылған бишенсе йөклөлөк була. Аҙаҡҡа табан атлаған саҡта тыны ныҡ ҡыҫылып йонсота башлай. Табиптар митраль клапан кәмселеге тигән диагноз ҡуя.

Ғүмергә хәүеф янау ҡурҡынысы табиптарҙан ашығыс ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә. Йөклөлөктөң 32-се аҙнаһында табиптар операция ярҙамында сабыйҙы ҡотҡарырға уйлай. Әмәлиәттән һуң пациентҡа кардиология үҙәгендә дауаланырға тура килә. Аҙаҡ перинаталь үҙәккә күсерәләр.

Ошо көндәрҙә бәхетле ғаилә өйөнә оҙатылды. Ҡыҙ балаға үҫергә, ауырлығын арттырырға кәрәк әле.

Әсәгә артабан дауаланыу кәрәк буласаҡ. Йөклөлөк осоронда йөрәккә көсөргәнеш ныҡ арта, шуға күрә һау-сәләмәт әсәләрҙең дә ниндәйҙер проблемалар кисереүе мөмкин. Был осраҡта ике медицина учреждениеһының кәңәшләшеп эшләүе, профессионаллеге  арҡаһында барыһы ла уңышлы үтте.

Фото: Һаулыҡ  һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас