

Бөгөн күптәр экологик яҡтан таҙа, саф ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Ҡомалаҡтан бешерелгән икмәк тә сауҙа нөктәләрендә һәр ваҡыт һорау менән файҙалана.
Һеҙҙең иғтибарға ҡомалаҡтан әсетке яһау, икмәк бешереү менән элек-электән шөғөлләнеп, был эштең барлыҡ нескәлектәрен белгән апайҙарҙың рецептарын, кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.
– Ҡомалаҡты август аҙағы, сентябрь баштарында һабағы менән алам. Ваҡлап, киптереп, тоҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуям. Әсетке яһар өсөн өс литрлыҡ кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың да талғын утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатаһың. Шунан ике стакан самаһы онға ҡайнар ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙәһең дә, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына етһә, баш һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып ҡабартаһың. 10–12 сәғәттән сүпрә әҙер. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, тиҙ иҫкермәй, – тип ҡомалаҡтан әсетке яһау серҙәре менән уртаҡлашты Күгәрсен районының Ялсы ауылынан Вәсилә Ҡарағужина.
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Гөлйәүһәр Сәлихова ла ҡомалаҡ әсеткеһен үрҙәге рецептҡа ярашлы эшләй, тик ул уны киптереп һаҡлай. Бының өсөн шыйыҡ әсеткегә эре иләк аша көрпә (кәбәк) иләп ҡушып, ҡаты итеп ҡамыр баҫырға. Шуны ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүлеп, сепрәк ашъяулыҡҡа йәйеп һалып киптерергә. Үтә ҡатып китмәҫ борон, ит турағыс аша үткәреп алырға ла мөмкин. Бындай әсетке ярты йыл дауамында ла үҙенең сифатын юғалтмай. Тик ныҡ итеп киптерергә кәрәк, юғиһә күгәреүе ихтимал. Икмәк бешерер алдынан ике-өс ҡалаҡ ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, бер балғалаҡ шәкәр һалып, йылы урында ебетеп ҡабартырға.
Фото: openfito.ru