Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2022, 11:10

Уҡыусының дәрте һүнмәһен

Уҡыуҙар башланды, ата-әсәләргә бер нисә кәңәш.

24health.by24health.by
Фото:24health.by

Бала мәктәпкә барыу ваҡытын көтөп ала, әммә, ғәжәп, бер ай үтер-үтмәҫтән, дәрескә йөрөргә теләмәй. Өйгә эшен дә ата-әсәһе әрләп йәки көйләп кенә әҙерләтә. Уҡыусыға нимә булған һуң?

Башланғыс мәктәп уҡытыусылары әйтеүенсә, балаларҙың уҡырға дәрте һүнеүендә иң элек ата-әсә үҙе ғәйепле. Бик йыш күҙәтелгән хата — баланы вундеркинд итеп үҫтереү теләге. Мәктәпкә барыр алдынан уҡ үҫмер I класс материалын үҙләштерә. Уның алға ынтылғыһы килә, ләкин мәктәп программаһы буйынса был рөхсәт ителмәй. Ата-әсәне аңлап була, әлбиттә: ҡыҙының йәки малайының төплө белем алыуын теләй. Әгәр бала һәләтле икән, ярҙамдан тыш та үҙен күрһәтәсәк. Ә ҡәҙимге балаға күп уҡыу файҙаға түгел. Ул тиҙ арый, китап тотоп оҙаҡ ултырһа, уҡыуҙы ялҡытҡыс, ауыр бурыс итеп күрә һәм дәресен иренеп кенә әҙерләй. Уны мәктәпкә әҙерләү хәтерен, иғтибарын, тирә-йүнде өйрәнеү һәләтен үҫтереүҙән дә тора. Ата-әсәнең төп бурысы — уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу һәм уны артабан үҫтереү. Беренсе класс уҡыусыһының ауыр психологик стресс кисереүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Башҡа мөхиткә эләгәһең, тәрбиәсе урынына — уҡытыусы. Шулай уҡ яуаплылыҡ өҫтәлә. Яңы тәртипкә тиҙ генә өйрәнеп китеүе ауыр. Ә ата-әсә ярҙамлашыу урынына тағы ла күберәк эш йөкмәтә. Бынан тыш, бала ваҡытын юҡ-барға сарыф итмәһен тип төрлө секцияға, түңәрәккә яҙҙыралар. Ул быларҙың барыһын да бер юлы атҡара алмай, әлбиттә.

- Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас