Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2022, 11:12

Яраға йод ярамай!

roddom32.ruroddom32.ru
Фото:roddom32.ru

Яраға йод һөртөп, моғайын, тәүге ярҙамды дөрөҫ күрһәтәм, тип уйлайһығыҙҙыр. Ысынында иһә улай түгел. Йодты яраға һалырға ярамай, былай ҙа зарарланған тирене яндырыуығыҙ ихтимал.

Инфекция эләкмәһен өсөн уны яраның ситтәренә генә һөртөргә кәрәк. Бәрелгәндә йәки тамыр һуҙылғанда шунда уҡ йодлы сетка яһарға тырышыусылар ҙа яңылыша. Был осраҡта ла ашығырға ярамай, тәүге сәғәттәрҙә һәм хатта көндәрҙә йәрәхәтләнгән урынға, ғәҙәттә, боҙ ҡуялар. Йодлы сетка йылытыу үҙенсәлегенә эйә, шуға күрә уның сираты һуңыраҡ етә.

Әгәр бындай урын тиҙ генә ағарһа, организмда йод ет­мәү­ҙе аңлата, тип тә яңылышыусылар бар. Йодҡа ҡыт­лыҡ бөтөнләй башҡа төрлө тикшерелә, ә һәр йортта була торған төнәтмә бер ҡасан да эсеү өсөн файҙаланылмай.

Әгәр ҙә йод кеүек файҙалы микроэлемент етешмәгәнен һиҙһәгеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул ғына тейешле дарыу тәҡдим итәсәк.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас