Сәләмәт булайыҡ
4 Сентябрь 2022, 11:00

Бәшмәк бәлә килтермәһен

Уның менән ағыуланыуҙың билдәләре ниндәй? Был хаҡта - яҙмала. 

Бәшмәк бәлә килтермәһенБәшмәк бәлә килтермәһен
Бәшмәк бәлә килтермәһен

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл ете айҙа Башҡортостанда бәшмәк менән ағыуланыуҙың 15 осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә 17 кеше, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге бер бала зыян күргән.

Министрлыҡта белдереүҙәренсә, бәшмәк меән ағыуланыуҙың төп сәбәптәре – ашарға яраған һәм ағыулы бәшмәктәрҙе айыра белмәү, дөрөҫ бешермәү. Ағыуланыу билдәләре: баш ауырты, ҡоҫоу, тәүлегенә 10 – 15 тапҡыр эс китеү, ашҡаҙандың ныҡ ауыртыуы. Пульс әкренәйә, аяҡ-ҡулдар һыуына. “Бәшмәктең бик насар сир – ботулизм – сығанағы булыуы ихтимал. Уның таяҡсалары ерҙә бар. Шуға консервалау алдынан бәшмәктәр насар таҙартылһа һәм йыуылһа, уларҙың өҫтөндә ботулизм сирен ҡуҙғытыусыларҙың ҡалыуы ихтимал. Был ауырыуҙы эләктермәҫ өсөн бәшмәкте ныҡлап йыуырға, тупраҡтан таҙартырға кәрәк. Өҫтәүенә, уларҙың яңы ғына йыйылғаны, сифатлы булыуы мотлаҡ”, - тип белдергәндәр ведомствола.

Ботулизм сиренең билдәләре бәшмәкте ашағандан һуң 12 – 72 сәғәт үткәс күренә. Улар – баш ауыртыуы, ауыҙ кибеүе, ҡоҫоу, эс китеү, йотоу ауырлашыуы һәм күҙ күреүе насарланыуы. Ошо әйтелгәндәрҙең берәүһе генә булған осраҡта ла тиҙ генә табипҡа күренегеҙ.

Фото: pulse.mail.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас