Сәләмәт булайыҡ
4 Сентябрь 2022, 14:00

Табынға - тултырылған ҡабаҡ

Ял көнөгөҙ йәмле, күңелегеҙ көр булһын!

Табынға - тултырылған ҡабаҡТабынға - тултырылған ҡабаҡ
Табынға - тултырылған ҡабаҡ
Тултырылған ҡабаҡты әҙерләү өсөн күп ваҡыт сарыф ителмәй.
 
Кәрәк: яңы өлгөргән ике ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, бер стакан дөгө ярмаһы, бер баш һуған, ике помидор (ике ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), ике ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, бер стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
 
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән итте лә ҡушабыҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменә ҡарап тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
 
Эслек ошолай ҡыҙҙырылып әҙерләнгәнсе ҡабаҡты һауыт рәүешендә ҡырҡабыҙ, төбөндә бер сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Унан эслекте тултырабыҙ.
 
Артабан соус әҙерләнә: помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
 
Тултырылған ҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Мейескә 180-200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.
 
Фото: maggi.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас