

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Йылдың иң яҡшы табибы” Бөтә Рәсәй конкурсында илдәге башҡа төбәктәр медицина белгестәре лә үҙ көсөн һынаған.
Республика кардиология үҙәгенән Ольга Филиппова Бөтә Рәсәй “Йылдың иң яҡшы табибы” конкурсында беренсе урын яулаған. 25 йыл буйы ул бер урында – Республика кардиология үҙәгендә кардиолог булып эшләй. 12 йәшенән ошо һөнәрҙе башҡарыу тураһында хыялланған Ольга Филиппова табиптарҙың фиҙакәр хеҙмәте хаҡында бихисап китап уҡыған. Хәҙер инде уның үҙе тураһында китап яҙырлыҡ – әллә күпме кешегә ғүмер бүләк иткән.
2017 йылдан Ольга – 3-сө кардиология бүлексәһе мөдире.
Фото: health.bashkortostan.ru