

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, бер аҙна эсендә ковид менән сирләү 32 процентҡа артҡан.
Бөгөн дауаханаларҙа 249 кеше ята, 2381 пациент өйҙәрендә дауалана. Башҡортостанда 224 137 кеше вирус инфекцияһы үткәргәндән һуң тәрән диспансеризациялауҙың беренсе этабын үткән. Медицина тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса 1000-дән ашыу кеше өҫтәмә тикшереү һәм дауалау өсөн дауаханаларға ебәрелгән. Мобиль бригада Шишмә районында халыҡты ҡабул итеүен дауам итә, ҡалған ауыл биләмәләрендә эш тамамланған, тип билдәләне министр.
– Инфекция госпиталдәрендә 535 койка әҙерләнгән, буш койка фонды 18 процент тәшкил итә. 2 миллион 955 мең кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, 828 меңе ревакцинация үткән, был пландың 58 проценты, – тине Айрат Рәхмәтуллин.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, республикала сирҙең таралыу коэффициенты 1,1 тәшкил итә. Ил буйынса был күрһәткес - 1,2.
Фото: "Бәйләнештә".