Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2022, 09:15

Эпилепсиянан да ҡотҡарып була

Пациентты тәүлегенә йышлығы йөҙгә еткән эпилепсия өйәнәктәре яфалаған. Хирургтар баланың хәлен операция ярҙамында еңеләйтергә ҡарар итә...

Эпилепсиянан да ҡотҡарып булаЭпилепсиянан да ҡотҡарып була
Эпилепсиянан да ҡотҡарып була

Республика балалар клиник дауаханаһында  бик һирәк яһалыусы үҙенсәлекле операция эшләнгән. Атамаһы ҡатмарлы булһа ла, әйтеп үтәйек: микрохирургик функциональ гемисферотомия. Балалар дауаханаһының нейрохирургия бүлексәһендә эпилепсияға ҡаршы микро-нейрохирургик әмәлиәттәр яһау дауам итә.  Йыл һайын бында төрлө ысулдар ярҙамында  15-кә тиклем операция яһала.

Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә табиптар скальпелгә тотона. Сентябрь башында дауахана белгестәре эпилепсияның бик ауыр формаһынан яфаланған биш йәшлек малайға операция яһай. Пациентты тәүлегенә йышлығы йөҙгә еткән эпилепсия өйәнәктәре яфалаған. Хирургтар баланың хәлен операция ярҙамында еңеләйтергә ҡарар итә. Үҙенсәлекле әмәлиәт уңышлы үтә. Пациент һауығып килә, ти табиптар. Тик дарыуҙар менән дауаланыу дауам итәсәк әле.

Бындай операция бик һирәк эшләнә, Рәсәйҙең бер нисә клиникаһында ғына уны яһайҙар. Башҡортостан хирургтарының профессионаллегенә, ҡыйыулығына, оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас