Сәләмәт булайыҡ
8 Сентябрь 2022, 17:00

Сауҙа ойошмаһы өлгө күрһәтә

“Магнит” гипермаркетында илле хеҙмәткәр вакцина яһатты.

Сауҙа ойошмаһы өлгө күрһәтәСауҙа ойошмаһы өлгө күрһәтә
Сауҙа ойошмаһы өлгө күрһәтә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Магнит” гипермаркеты хеҙмәткәрҙәре өсөн күсмә вакциналау пункты ойошторолдо. 2-се ҡала дауаханаһы табиптары гипермаркет биләмәһенә иммунизация үткәреү өсөн килде.

"Сауҙа объекттарының күбеһе хеҙмәткәрҙәрҙе прививкалауҙың мөһимлеген яҡшы аңлай, ковидҡа ҡаршы саралар күрә", – тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

“Магнит” гипермаркетында илле хеҙмәткәр вакцина яһатты. Компания буйынса алдағы айҙарҙа прививкаланған хеҙмәткәрҙәр өлөшө кәм тигәндә 80 процент тәшкил итергә тейеш. Сауҙа ойошмаһы 23 августан хеҙмәткәрҙәре өсөн битлек режимын индерҙе.

"Беҙ ковидты иҫкәртеү һәм сауҙа селтәренең өҙлөкһөҙ эшләүе өсөн бөтә сараларҙы көсәйтергә, һатып алыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ", – тип белдерҙе “Магнит” сауҙа селтәре вәкиле Дарья Маршук.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас