Сәләмәт булайыҡ
9 Сентябрь 2022, 05:21

Балалар бында үҙҙәре теләп килә

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Элек балаларымды өгөтләп тә табипҡа илтә алмай ҡаңғыра инем, хәҙер үҙҙәре теләп бара”,– тип көлә өс бала әсәһе Эльвина Мөслөхова. Өҫтәүенә, тиҫтерҙә­ренә эйәреп, фельдшер эргәһенә күршелә йәшәгән балалар ҙа кил­гән. Борай районының Мулла ауылында яңы фельдшер-аку­шер­лыҡ пункты асыу эше Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарылды.

Хәҙер йылытыу системаһы ла, бәҙрәфе лә булмаған иҫке бинаны хәтергә лә алмайҙар, заманса уңай­лыҡтар булдырылған урынға ауылдаштар күнекте инде. Фельдшер Мадис Камилйәнов эргәһенән бала-саға өҙөлмәй, сиратҡа баҫып, ҡабул итеүҙе көтәләр. Яңы ҡорамалдар, матур бүлмәләр, компьютер иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.

Ә фотолағы өр-яңы медицина учреждениеһы Йәрмәкәй районының Иҫке Сүлле ауылында ошо көндәрҙә генә асылды. Ауылдаштарҙың шат­лығын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу бара. Һүҙ бында яңы биналар төҙөү хаҡында ғына түгел, ә уларҙы техник яҡтан йыһазландырыу мәсьәләһенә лә ҡағыла. Аҡ халатлылар ашығыс ярҙам күрһәтеүҙән тыш, етди сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлай ҙа аласаҡ.

Борай районында биш ФАП төҙөлгән дә инде. Быйыл республикала 50-гә яҡын медицина пункты тулыһынса яңырасаҡ. Өҫтәүенә, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, быйыл Бөрөлә, Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы поликлиникалар сафҡа инде­реләсәк, туғыҙ дауаханаға капиталь ремонт үткәреләсәк.

Ғөмүмән, республикала 22 меңгә яҡын яңы эре медицина объекты сафҡа инәсәк. Тик уларҙы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек етерме? Был тәңгәлдә лә бурыстар аныҡ билдәләнгән – 200-гә яҡын медицина хеҙмәткәре табиптар рәтен тулылан­дырасаҡ.

2019 йылдан башлап илдә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, тәүге звено инфраструктураһын яҡ­шыр­тыу, ә 2021 йылдан уны яңыртыу программаһы эшкә ҡушылды. “Был стратегик йүнәлеш тәүге медицина-санитария ярҙамы алыу мөмкинлеген 100 процентҡа тәьмин итергә булышасаҡ”, – тип белдерҙе Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко. Илдә бер йөҙҙән ике меңгә тиклем кеше йәшәгән ауыл ерҙәрендә халыҡтың тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыуын яҡшыртыу өсөн төбәктәрҙә 1700-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты, табиплыҡ амбулаториялары сафҡа индерелде. Был йәһәттән Башҡортостан да һыр бирмәй.

Д. Ғәбдрәхимова

Читайте нас