

Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлексәһе белгестәре тыумыштан булған өҫкө ирен һәм танау кәмселектәрен бөтөрөүҙә бик яҡшы уңыштарға өлгәшә. Был әмәлиәт хирургтар телендә хейлоринопластика тип атала.
Яңыраҡ Мәскәүҙән килгән табиптар менән берлектәге оҫталыҡ дәрестәре Башҡортостан хирургтарының алтын ҡуллы белгес икәнлеген тағы бер ҡат раҫланы. Был юлы ике үҫмергә операция яһалды.
– Мәскәү ҡунаҡтары белгестәребеҙҙең уңыштарына һоҡланыу белдерҙе, сөнки бындай әмәлиәттәр бик ҡатмарлы, уларҙы илдең бөтә төбәктәрендә лә яһамайҙар. Был ысулды 2018 йылда үҙләштерҙек, – тине бүлек мөдире Һәҙиәтулла Әйүбов.
Балалар яңаҡ-йөҙ хирургияһының Өфө мәктәбе – бөгөн Рәсәйҙә Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург менән бер рәттән, иң көслөләрҙең береһе. Бүлектә ете хирург эшләй, былтыр 960 операция яһағандар. Көнөнә уртаса биш әмәлиәт башҡарырға тура килә. 30 койканың бушағаны юҡ, ти табиптар. Йыш ҡына улар, күрше төбәктәргә сығып, тыумыштан патологияларға дусар булған кескәйҙәргә бушлай ярҙам күрһәтә.
Д. Ғәбдрәхимова