

Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән яфалана. Бынан 40 йыл элек ошо проблеманы хәл иткән ысул уйлап табылды. Ярҙамсы репродуктив технология – экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымын бынан туғыҙ йыл элек Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһына индереп, түлһеҙ парҙарға бала бәхетен татырға ярҙам иттеләр.
Республикала Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса 2022 йылға ЭКО-ға 1800 квота бүленгән. Был хаҡта Республика медицина-генетика үҙәгенең табип-репродуктологы Лилиә Аскина хәбәр итә. “Әлеге ваҡытта квоталарҙың яртыһы файҙаланылған. Әгәр ғаилә парҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булып, бер йыл дауамында ҡатын ауырға ҡалмаһа, был ғаилә түлһеҙ тип иҫәпләнә. 35 йәште уҙған парҙар клиникаға мөрәжәғәт итә ала”, – ти ул. Түлһеҙлектең сәбәптәре күп, шулай ҙа иң йыш таралғаны – ғүмер оҙайлығының артыуы һәм әсә булыуҙы кисектереү, тип иҫәпләй табиптар.
Д. Ғәбдрәхимова