

Әбйәлил районы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре халыҡтың сәләмәтлеге һағында уяу тора. Район дауаханаһында ғына түгел, медиктарҙың ауылдарға сығып, халыҡҡа күсмә диспансерлаштырыу үткәреүе лә шуның бер миҫалы.
Диспансерлаштырыу – профилактик медицина тикшереүе, уның төп маҡсаты – инвалидлыҡ һәм ваҡытһыҙ үлемдәр сәбәбе булып торған сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау һәм үҙ ваҡытында дауалау. Был айырыуса ҡан әйләнеше системаһына, яман шеш, шәкәр ауырыуы, үпкәләрҙең хроник ауырыуҙарына ҡағыла. Илебеҙҙә халыҡтың үлеменең 75 проценты ошо ауырыуҙар өлөшөнә тура килә.
Уҙған аҙнала район дауаханаһының табиптар бригадаһы Әбделғәзе һәм Үтәгән ауылдарында булды.
– Кешеләр Асҡарға барып, дауаханала сиратта тороп, ваҡыттарын сарыф итмәһен өсөн ауылдарға сығып, халыҡтың сәләмәтлек торошон урындарҙа тикшерәбеҙ, – тип һөйләй район дауаханаһының профилактика бүлеге мөдире Ренат Мәһәҙиев. – Тик кешеләрҙең үҙҙәренең һаулығына битараф булыуы аптырата. Тикшереү үтеүгә бик аҙҙар ғына килә. Диспансеризация ваҡытында ауырыуҙарҙы алдан асыҡлап, сирҙең аҙып китеүенә юл ҡуймайбыҙ, хатта ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалабыҙ.
Хирург-онколог булараҡ, Ренат Таңатар улы һуңғы осорҙа яман шеш ауырыуҙары осраҡтары артыуын билдәләй.
– Әгәр ниндәй ҙә булһа патологиялар, организмда ниндәйҙер тайпылыштар күҙәтелә икән, пациентты диспансерлаштырыуҙың икенсе - өҫтәмә этабына ебәрәбеҙ, – ти ул. – Һуңғы тикшереүҙәр осоронда ғына ике-өс кешелә яман шеш сирҙәре билдәләре асыҡланды. Тимәк, бында һәр кемгә уйланырлыҡ урын бар.
Йыл башынан районда яман шеш сире 57 кешелә асыҡланған. Шуларҙың 54-е онкологта иҫәпкә алынған, өсәүһенең ошо ауырыуҙан вафат булыуҙары билдәле. Иҫәпкә алынғандарҙан һигеҙ кешегә рактың беренсе стадияһы, 15-енә икенсе, етәүһенә өсөнсө стадия ҡуйылған. Ҡалғандары бик һуңлап мөрәжәғәт иткән. Ғинуар-август айҙарында районда 32 кеше яман шеш сиренән үлеп ҡалған.
Диспансерлаштырыу – ирекле рәүештә үткәрелә, һеҙ медицина тикшереүе үтеүҙән, шулай уҡ ҡайһы бер процедураларҙан баш тарта алаһығыҙ. Шулай ҙа һеҙҙе нимәлер борсой икән, уны мотлаҡ үтергә кәрәк. Бының өсөн ниндәйҙер сәбәп кәрәкмәй. Үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ, бер ни ҙә борсомай икән, быны тағы бер тапҡыр раҫлап ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
– Медиктар ауылға килгәндә, кешеләр уларға күренеп ҡалыу мөмкинлеген файҙаланып, сәләмәтлек торошон тикшертеп ҡалһын ине, – тип мөрәжәғәт итә район халҡына Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хирург-онколог Ренат Таңатар улы Мәһәҙиев.
9 сентябрҙә Үтәгән ауылында диспансеризация үтте. Ауыл халҡы исеменән профилактика бүлеге мөдире, Башҡортостандын атҡаҙанған табибы Ренат Таңатар улы Мәһәҙиевкә, Амангилде участка табибы Зөһрә Булат ҡыҙы Аҡмановаға, Гөлфирә Ғабдулла ҡыҙы Низамоваға, Ғәзиз Салауат улы Баймөхәмәтовҡа, Бибиямал Рамазан ҡыҙы Фаттаховаға, Ләйсән Хөснөтдин ҡыҙы Низамоваға, Лиза Хәмит ҡыҙы Фахрисламоваға рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Ауыл халҡы исеменән Закира Ялмырҙина.