

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова Благовещен районына эш сәфәре барышында ҡайһы бер объекттарҙа булды.
Ул иң элек “Демография” милли проекты буйынса төҙөлгән өлкән йәштәгеләр өсөн 60 урынлыҡ торлаҡ корпусты ҡарап сыҡты. Төҙөлөш майҙансығында министр кәңәшмә үткәрҙе. Унда корпус төҙөлөшөн тиҙ арала тамамлап, уны йылдам сафҡа индереү мәсьәләһе тикшерелде.
– Был объект – Благовещен психоневрология интернаты ҡарамағындағы геронтология бүлеге. Проектта ҡаралғанса, бина ике ҡатлы була, ул йылы үткәүел ярҙамында хеҙмәтләндереү блогы менән тоташтырыла. Төҙөлөш-монтаж эштәре әүҙем бара, – тине Лира Иғтисамова.
Артабан финанс министры Благовещен үҙәк район дауаханаһына юлланды. Дауахана менән танышыу барышында Лира Иғтисамова һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм баш табип Жанна Карунас менән һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү, тармаҡҡа яңы кадрҙар йәлеп итеү мәсьәләһен тикшерҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press