Сәләмәт булайыҡ
12 Сентябрь 2022, 07:45

Сәләмәтлек поездары Башҡортостан буйлап йөрөнө

Улар ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау маҡсатын ҡуя.

Сәләмәтлек поездары Башҡортостан буйлап йөрөнөСәләмәтлек поездары Башҡортостан буйлап йөрөнө
Сәләмәтлек поездары Башҡортостан буйлап йөрөнө

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә сәләмәтлек поездарының эше тураһында үҙенең фекерҙәрен белдерҙе:

"Беҙҙең Сәләмәтлек поездары табиптарына мөрәжәғәт иткән 3937 кешелә социаль әһәмиәтле ауырыу асыҡланды, 317–һендә яман шеш, 734-ендә шәкәр диабеты, 2858 кешелә – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, 28-ендә туберкулезға шик билдәләнде. Барыһы ла ныҡлап тикшереүгә ебәрелде, улар контролгә алынды.  “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акциябыҙҙың да төп маҡсаты ошонда ине – сиргә  ваҡытында диагностика ҡуйырға һәм мөмкин тиклем тиҙерәк дауалауҙы башларға.

Йәй дауамында сәләмәтлек поездары Башҡортостандың ауыл һәм ҡалалары буйлап йөрөнө. Һөҙөмтәлә, табиптар республикабыҙҙың 120 меңдән ашыу кешеһен ҡараны, уларҙың 43 меңе тикшереү уҙҙы.  
Хәтерегеҙгә төшөрәм, был акция һан буйынса дүртенсеһе. Йыл һайын ихтыяж менән файҙаланылған белгестәрҙән торған табиптарҙың күсмә бригадаһы республиканың иң төпкөлдәге мөйөштәрендә лә эш алып бара. Беҙҙең “поездар” составында – сәләмәтлек үҙәктәре, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, күсмә ФАП-тар һәм Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһының һәм республика кардиоүҙәгенең  диагностика үҙәктәре. Мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итер өсөн, беҙ алты маршрут әҙерләнек. Был миҙгелдә акция тамамланды, хәҙер киләһен планлаштырабыҙ.
Барыһына ла ошо акция өсөн рәхмәт белдерәм. Табиптар уңайлы эшләһен өсөн, урындарҙа башлыҡтар барлыҡ шарттар булдырҙы. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"
  
 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас