Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь 2022, 09:00

Табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһында эшен тамамлап ҡайтты.

Табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙТабиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһында эшен тамамланы.

Республикабыҙға ҡайтҡан табиптарҙы яңы бригада алмаштырҙы. Улар Луганск, атап әйткәндә Красный Луч ҡалаһында халыҡҡа тейешле ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәк.

Дүртенсе бригада составында төрлө йүнәлештәге 12 табип эшләне, уларға эндокринолог Леонора Хөсәйенова етәкселек итте. Бер ай эсендә табиптар 757 өлкән кешене һәм 898 баланы ҡабул итте.

Башҡортостан табиптары араһында Луганск Халыҡ Республикаһында айҙан ашыу эшләгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, офтальмолог Зарема Әлимғолова Красный Лучта дүрт ай булған.

“Ябай булмаған шарттарҙа кешеләргә ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән үҙебеҙҙең табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән ғорурланабыҙ”, – тип белдерҙеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.

Фото: vk.com/wall-201146046_48299

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-201146046_48299

 

Табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас