Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь , 10:30

“Беҙҙең арала осраҡлы кеше юҡ”

Башҡортостан табибының фотоһы Луганск урамдарын биҙәгән.

“Беҙҙең арала осраҡлы кеше юҡ”
“Беҙҙең арала осраҡлы кеше юҡ”

Луганск республикаһында ла таныш йөҙҙәрҙе осратырға мөмкин. Башҡортостан табибы Айгөл Разаҡованың фотоһы урынлаштырылған баннерҙар ҡала урамдарын биҙәгән. Фотоларҙы баннерҙар өсөн “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков төшөргән.

 Ғ, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының юғары категориялы лаборанты Айгөл Разаҡова бына өсөнсө ай инде Красный Луч поликлиникаһында эшләй. ”Мин был поликлиникала кешеләр һаулығы хаҡына  вахтала торғаным өсөн ғорурланам. Беҙҙең арала осраҡлы кешеләр юҡ. Бында тыныс тормош тергеҙелеүенә лайыҡлы өлөш индерербеҙ тип өмөтләнәм”, –  ти Айгөл Рәшит ҡыҙы.

Башҡортостандан килгән хеҙмәттәштәрен мөмкин тиклем уңайлы шарттар менән тәьмин итергә тырышҡан урындағы табиптарҙың хеҙмәтен дә бөгөн дауаханала билдәләп үткәндәр. Аҡ халатлыларҙың  барыһына ла сабырлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Эдуард Ҡусҡарбеков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в