Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Сентябрь , 08:00

Ҡабаҡ балы файҙалы

Уны нисек эшләргә? Ниндәй осраҡтарҙа ҡулланырға? 

Ҡабаҡ балы файҙалы
Ҡабаҡ балы файҙалы

Был һутты классик рецепт буйынса әҙерләү өсөн тик ике ингредиент кәрәк – бал һәм ҡабаҡ. Бал, әлбиттә, тәбиғи, магазиндыҡы түгел.

Әҙерлек: ҡабаҡты йыуып киптерәһең. Һабы булған ерен уйып алаһың да ҡалаҡ ярҙамында эсен орлоҡтарҙан һәм йомшағынан таҙартаһың. Бик артыҡ соҡоп та ташламағыҙ, әҙерәк йомшаҡ еренең булыуы ла кәрәк.  Ә орлоҡтарын тулыһынса алырға кәрәк.

Эсенә, ауыҙына 5 см ҡалырлыҡ итеп, бал һалабыҙ ҙа ҡабаҡты ҙур һауытҡа ултыртабыҙ. Ултырған ваҡытта ҡабаҡ һут бүлеп сығара башлай.

Күпме тоторға һуң? Ҡабаҡты ҡараңғы урында 7-8 көн бүлмә температураһында тоторға кәрәк. Мөһим: ҡабаҡ һут ағып төшәсәк һауытта ғына ултырырға тейеш. Ваҡыт-ваҡыт менән уны тулыу-тулмауға тикшереп торорға кәрәк. Кәрәк булһа, һауытты алыштырырға.

Ҡапҡасын алған ере күгәрергә мөмкин. Зыян юҡ, һутты беҙ ҡабаҡтың төбөнән ағыҙасаҡбыҙ, тимәк, файҙалы һәм туҡлыҡлы һут зыян күрмәйәсәк.

 Әгәр балға аллергия икән, уны шәкәр менән алыштырырға була. Эш барышы шулай уҡ.

 Нимәнән файҙалы һуң ҡабаҡ һуты?

Көн дә әҙләп кенә ҡабул иткәндә ул түбәндәге проблемаларҙы юҡҡа сығарасаҡ:

- ҡандағы насар холестерин;

- антибиотиктар тарафынан зыян күргән бауырҙың күҙәнәктәрен тергеҙә;

- имунитетты нығыта;

- ҡандағы гемоглобин кимәлен күтәрә;

- ҡан баҫымын нормаға килтерә;

- аш һеңдереү системаһының эшен көйләй;

- шешенеү менән көрәшә.

Әммә, файҙаһына ҡарамаҫтан, ҡулланыуҙың кире тәьҫире лә булырға мөмкин.

Ҡасан ҡулланырға ярамай:

– балға аллергия булғанда (был осраҡта шәкәр менән алыштырырға);

– шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылғанда;

– һимереү;

– йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда.

Әҙер һутты быяла банкала өҫтөн ҡаплап ике аҙна һаҡларға, башҡа һаҡларға ярамай. Өҫтө күгәреү менән ташларға.

Нисек ҡулланырға?

Ҡалаҡлап төрлө эсемлектәргә, мәҫәлән, йәшел йә ҡара сәйгә, башҡа үлән сәйҙәренә ҡушып эсергә. Йыл әйләнәһенә әҙләп кенә ҡулланырға була. Тик сәй эҫе түгел, ә йылымыс булырға тейеш.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: glav-dacha.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в