

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл ете айҙа республикала бәшмәк менән ағыуланыуҙың 15 осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә 17 кеше, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге бер бала зыян күргән.
Бәшмәк менән ағыуланыуҙың төп сәбәптәре – ашарға яраған һәм ағыулы бәшмәктәрҙе айыра белмәү, дөрөҫ бешермәү. Ағыуланыу билдәләре: баш ауыртыу, ҡоҫоу, тәүлегенә 10 – 15 тапҡыр эс китеү, ашҡаҙандың ныҡ ауыртыуы. Пульс әкренәйә, аяҡ-ҡулдар һыуына. “Бәшмәктең бик насар сир – ботулизм – сығанағы булыуы ихтимал. Уның таяҡсалары ерҙә бар. Консервалау алдынан бәшмәктәр насар таҙартылһа һәм йыуылһа, уларҙың өҫтөндә ошо сирҙе ҡуҙғытыусыларҙың ҡалыуы ихтимал. Был ауырыуҙы эләктермәҫ өсөн бәшмәкте ныҡлап йыуырға, тупраҡтан таҙартырға кәрәк. Шулай уҡ уларҙың яңы ғына йыйылған, сифатлы булыуы мотлаҡ”, – тип белдергәндәр ведомствола.
Ботулизм сиренең билдәләре бәшмәкте ашағандан һуң 12 – 72 сәғәт үткәс күренә. Улар – баш ауыртыуы, ауыҙ кибеүе, ҡоҫоу, эс китеү, йотоуҙың ауырлашыуы һәм күреү насарланыуы. Ошо әйтелгәндәрҙең береһе генә булған осраҡта ла тиҙ арала табипҡа күренегеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА