Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Сентябрь , 17:00

Ноябргә тиклем прививка яһатығыҙ

Белгес әйтеүенсә, былтырғы йылдан айырмалы, быйыл коронавирустан һәм киҙеүҙән прививканы бер юлы эшләтеү тәҡдим ителә.

Ноябргә тиклем прививка яһатығыҙ
Ноябргә тиклем прививка яһатығыҙ

Башҡортостанға коронавирустың яңы тулҡыны яҡынлаша. Өҫтәүенә республикаға киҙеү килеүе лә көтөлә. Был хаҡта СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров түбәндәгеләрҙе һөйләне.

– Көҙгө һалҡындар етеү менән йоғошло сирҙәрҙең таралыуы билдәле. Әле киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең көндән-көн артыуы күҙәтелә. Оҙаҡламай халыҡтың күпләп ауырый башлауы күҙаллана. Ә көҙ урталарында киҙеү хакимлыҡ итә башлаясаҡ. Өҫтәүенә коронавирус та бер ҡайҙа ла китмәгән. Икеләтә инфекция көтә тигән һүҙ, – ти баш табип. – Замандар үҙгәрҙе, хәҙер беҙ вируслы сирҙәр тураһында күберәк һөйләйбеҙ. Вакцинациялау һәм уны яңынан яһатыу хаҡында иҫкә төшөрөп кенә торабыҙ. Минең уйымса, быйыл киҙеү менән күпләп сирләү осраҡтары аҙ ғына артҡараҡ күсәсәк. Күҙаллауымса, яҡынса ғинуар-февраль айҙарында киҙеү  республикала ныҡлап хакимлыҡ итәсәк. Киҫкен респиратор вируслы сирҙәр тулҡыны башланды инде. Шулай уҡ коронавирус инфекцияһы күтәрелә бара. Яңы штамдар таралыу ихтималлығы хаҡында ла һүҙ бара. Нигеҙҙә “Омикрон”, “Кентавр”, “Ниндзя” төрҙәре. Донъяның башҡа илдәрендә тарала башлаған да инде. Азия илдәренән, Алыҫ Көнсығыш яғынан киҙеү тулҡыны килә.

Рафаэль Яппаров быйыл прививка кампанияһының ғәҙәттәгенән иртәрәк башланыуын хәбәр итте. Башҡортостан билдәләнгән вакцина күләменең 50 процентҡа яҡынын алған. “Совигрипп”, “Ультрикс Квадри” препараттары менән прививка яһатыу дауам итә. Айырыуса балаларға (алты айлыҡтан алып), урта махсус уҡыу йорттары һәм вуз студенттарына, хроник сирҙәре булған 60 йәштән өлкәндәргә ҙур иғтибар бирелә. Хеҙмәте буйынса кешеләр менән тығыҙ аралашып эшләргә тура килгән һөнәр эйәләре – медицина, белем биреү учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта прививка яһатырға тейеш.

Табип республиканың һәр кешеһенә вакцина яһатырға тәҡдим итә. Уның әйтеүенсә, вакцина етерлек кимәлдә буласаҡ. Быйыл киҙеүҙән яҡынса 2,4 миллион кеше прививка яһатасаҡ. Хәҙерге ваҡытта республикала “Ультрикс Квадри” вакцинаһын балаларға һәм ауырлы ҡатындарға ҡаҙайҙар. Ете меңдән ашыу ауырлы ҡатынды прививкалау бурысы тора, яртыһы киҙеүҙән вакцина яһатҡан да инде. Өлкән йәштәге халыҡҡа “Совигрипп” вакцинаһы тәҡдим ителә. Табип әйтеүенсә, хәҙер әсә булырға йыйынған ҡатындарҙы прививкалауға йәмәғәтселек тыныс ҡарай башлаған. Элек был мәсьәлә тирәһендә шау-шыу күп булыуы билдәле. Әсә һәм бала һаулығын һаҡлау өсөн йөклөлөктөң икенсе һәм өсөнсө триместрында прививка яһала. Ҡатындар иң сифатлы, хәүеф һәм өҙлөгөүҙәр тыуҙырмаған вакцина ала.

Эксперт әйтеүенсә, былтырғы йылдан айырмалы, быйыл коронавирустан һәм киҙеүҙән прививканы бер юлы эшләтеү тәҡдим ителә. Был бер юлы вакцина яһатыу мөмкинлеген раҫлаған яңы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе менән бәйле.

– Ике вакцина ла бер-береһе менән үҙ-ара “ярышмай”, уларҙың тәьҫир итеү механизмы төрлө, шуға күрә икеһе лә төрлө вирустарға тәьҫир итә. Был осраҡта һүҙ әле файҙаланыуҙа булған“Спутник V” һәм киҙеүҙән вакциналар тураһында бара, – тине Рафаэль Яппаров. – Киҙеүгә ҡаршы вакциналар йыл һайын  мотлаҡ яңыртыла, уларҙың штамм составы үҙгәртелә. Быйылғы штамм составы былтырғыһына оҡшаш. Беҙ яңынан “танышыбыҙҙы” – H1N1 штамын йәғни “сусҡа” киҙеүен күрәбеҙ. 2009 йылда был сирҙең юғары күтәрелгән осорон кисерҙек, ә хәҙер ул йыл да баш ҡалҡытып тора, әммә уны яҡшы дауаларға өйрәндек. Штамм составында шулай уҡ “гонконг” киҙеүе тип йөрөтөлгән H3N2 бар.

Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, хәҙер киҙеүҙе коронавирус инфекцияһынан айырыуы ҡыйын, сөнки штамдар алмашынып тора. Уларҙың билдәләре “юйыла”, әммә киҙеүгә хас күрһәткестәр ҙә бар.

– Беренсенән, был сирҙең инкубация осоро бик ҡыҫҡа – ике-өс көн генә. Кеше үҙен төшкөһөн бик яҡшы тойоуы, ә кискә табан тән температураһы 39 градусҡа тиклем күтәрелеп, аяҡтан йығылыуы ихтимал. Баш сатнап ауырта, тән һыҙлай. Был осраҡта киҙеү менән эш итергә тура килә. Коронавирус инфекцияһы менән хәл башҡасараҡ. Сир билдәләренең төрлө булыуы мөмкин. ”Дельта” өсөн, мәҫәлән, түбәнге тын алыу юлдарының бик тиҙ зарарланыуы, пневмония башланыуы хас ине. Тәүҙә йүтәл, еҫ һиҙеүҙе юғалтыу, температураның 37-38 градусҡа күтәрелеүе, инкубация осороноң 14 көнгә етеүе күҙәтелде. Хәҙер инкубация осоро ҡыҫҡара, еҫ һиҙеүҙе юғалтыуҙың бөтөнләй күҙәтелмәүе мөмкин. Тымау тейеүе, тамаҡ ауыртыуы ихтимал. Хәҙер коронавирустың бронхтар кимәлендә  артабан үҫешмәй туҡтап ҡалыуы ихтимал.

Тик беҙ шуны хәтерҙән сығармаҫҡа тейешбеҙ: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһынан үлем кимәле 0,3 проценттан 0,8 процентҡа тиклем һаҡлана. Киҙеү менән сағыштырғанда был күрһәткес, һис һүҙһеҙ, күберәк. Шуға күрә коронавирус инфекцияһынан да, киҙеүҙән дә вакцина яһатыу кәрәк. Был йоғошло сирҙәрҙән өҙлөгөүҙәр етерлек: вируслы пневмония, ринит, синусит, менингит... Киҙеү ҙә шулай уҡ хәүефле. Ковид менән киҙеү араһында ниндәйҙер “ярышыу” барһа ла, коронавирус көслөрәк, уны еңә алмай әле. Тимәк, үҙеңде һаҡлау өсөн вакцина яһатырға кәрәк.

Эксперт Рәсәйҙә киҙеүҙән һәм коронавирустан ҡатнаш вакцина уйлап табылыуын белдерҙе. Тик әлегә уны киң күләмдә ҡулланыу тураһында әйтергә иртәрәк. Препарат клиник һынауҙарҙың тәүге этабын үтә. Өсөнсө этабы алдағы йылда башланасаҡ. Әгәр барыһы ла шыма барһа, сәнәғәт кимәлендә ни бары 2024 йылда ғына етештереүгә тотонасаҡтар.

Рафаэль Яппаров коронавирустан һәм миҙгелгә хас йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн Башҡортостан халҡын хәҙерҙән прививка яһатырға саҡыра. Бөгөн һәр кемдең киҙеүҙән һәм ковидтан бушлай вакцина яһатыу мөмкинлеге бар. Иң яҡшыһы уны – ноябрь айына тиклем, эпидемия баш күтәргәнгә ҡәҙәр эшләтергә.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в