

Мәктәп тормошо төрлө ваҡиғаларға бай. Каникул ваҡытынан айырмалы, баланың көн тәртибенең боҙолоуы, йоҡоһоноң туймауы, дөрөҫ туҡланмауы һөҙөмтәһендә был осорҙа сәләмәтлегенә, шул иҫәптән өлгәшеүенә йоғонто яһауы ихтимал.
Һәр уҡыусы ла сәләмәт тормош алып барыу, һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү хаҡында белеп бөтмәй. Өҫтәүенә мәғлүмәт технологияларының үҫеше, тормоштоң бик етеҙ алға барыуы һәммәбеҙҙән, шул иҫәптән кескәйҙәрҙән дә физик һәм психик сыҙамлылыҡты талап итә. Шуға ҡыҙығыҙҙың йә улығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау, нығытыу өсөн түбәндәгеләр тураһында хәстәрлек күрегеҙ: сәләмәт туҡланыу, йоҡоһоноң туйыуы, көн тәртибен һаҡлау, физик әүҙемлек, шәхси гигиена, эмоциональ йәһәттән ныҡлыҡ, зыянлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, тән йәрәхәттәрен булдырмау өсөн һаҡ булыу.
Балалар мәктәптә күп ваҡытын үткәрһә лә, уларҙы яҡшы ғәҙәттәргә өйрәтеү өсөн уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә яуаплы. Уларға үҙҙәренең холоҡ-фиғеле менән балаларына өлгө күрһәтеүен оноторға ярамай.
Бәләкәй сағынан балаға көн тәртибен күҙәтергә – уҡыу ваҡытында ғына түгел, ялдарҙа ла бер үк ваҡытта йоҡонан уянырға һәм ятырға, иртәнге гимнастика яһарға, көнөнә ике тапҡыр теш таҙартырға, кейем-һалымының, бүлмәһенең таҙа булыуы тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтеү яҡшы. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү – сәләмәт тормош алып барыуҙың төп талаптары. Шуға балаға ашар алдынан ғына түгел, урамдан ингәс үк ҡулын һабынлап йыуырға өйрәтегеҙ.
Дөрөҫ туҡланыу ҙа – һаулыҡ нигеҙе. Был хаҡта ла бәләкәстәр белеп үҫергә тейеш. Магазинда аҙыҡ-түлектең файҙалыһын ғына һатып алыу зарур. Бала чипсы йәки газировка һораһа, уларҙың зыяны хаҡында аңлатығыҙ. Бынан тыш, аҙ хәрәкәт итеүҙең, йоғошло сирҙәрҙең, зыянлы ғәҙәттәрҙең һаулыҡ өсөн кире йоғонто яһауын һөйләгеҙ. Тәмәкенең, алкоголле эсемлектәрҙең, наркотиктарҙың кеше ғүмере өсөн бик хәүефле булыуы тураһында ла әйтегеҙ.
Баланың буш ваҡыты бар икән, уны компьютерға йәки телефонға бүлмәһен, саф һауала уйнауға, йүгереүгә арнаһын, сөнки физик йәһәттән әүҙем булыу тиҙ йоҡоға талырға ярҙам итәсәк.
Үҙенең сәләмәтлек торошо – һыҙланыуы, ауырыуы тураһында һеҙгә хәбәр итергә, табипҡа барыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтегеҙ.
Көн тәртибенең булыуы, шәхси гигиена талаптарын үтәү кеүек ғәҙәттәр бигерәк тә башланғыс кластарҙа һалына. Уҡыусының ваҡытын дөрөҫ планлаштырыуы – һаулыҡ һәм уңышлы уҡыу нигеҙе.
КӘҢӘШ
Уҡыу ваҡытында ғына түгел, ялдарҙа ла бер үк ваҡытта йоҡонан уянырға һәм ятырға, иртәнге гимнастика яһарға, көнөнә ике тапҡыр теш таҙартырға, кейем-һалымының, бүлмәһенең таҙа булыуы тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтеү яҡшы. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү – сәләмәт тормош алып барыуҙың төп талаптары. Шуға балаға ашар алдынан ғына түгел, урамдан ингәс үк ҡулын һабынлап йыуырға өйрәтегеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА