Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Сентябрь , 21:14

Йөрәккә көс төшмәһен тиһәгеҙ…

shape.ru
Фото:shape.ru

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Сергей Бойцов йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең инфекцияларҙы нисек арттырыуы, быны булдырмау өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәклеге хаҡында хәбәр итте.

– Сәләмәтлек торошона бик күп кенә шарттар йоғонто яһай. COVID-19, киҙеү һәм башҡа инфекциялар туранан-тура йөрәк мускулдарына тәьҫир итә, инсульт, инфаркт, миокардит булыу, йөрәк ритмының боҙолоуы атеросклероз хәүефен арттыра. Мәҫәлән, коронавирус инфекцияһы үпкә аша үтә, унан һуң елһенеү, тромбоздар барлыҡҡа килә. Улар иһә артерияны ҡаплауы, инфаркт йәки инсультҡа килтереүе ихтимал, – тип белдерҙе Сергей Бойцов. – Башҡа йоғошло сирҙәр ҙә йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай. Йоғошло сирҙәр бигерәк тә өлкәндәр өсөн хәүефле – ваҡыт үткән һайын ҡан тамырҙары нығыраҡ зыян күрә, 65 йәштән һуң кешеләрҙең 80 проценты гипертонияға зарлана.

Тағы бер шарт – артыҡ тән ауырлығы. Ир-егеттәр бил үлсәме – 102, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 88 сантиметрҙан күберәк булыуы хәүефле. Ҡан баҫымы күрһәткестәренең дә 140-ҡа 90-дан артмауы яҡшы.

Йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле һәр сир сигнал бирә, уларҙы аңлай белергә кәрәк. Ауыр тын алыу, йөрәк эшмәкәрлегендә тайпылыштар – йөрәк тибешенең йышайыуы, көсәйеүе, күкрәк ситлегенең ауыртыуы кеүек күренештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Йөрәк өсөн өс ҡағиҙә:

* COVID-19-ҙан, киҙеүҙән вакцина яһа­тырға. Прививка эшләткән кешенең инфекцияны эләктереүе ихтимал, тик ул күпкә еңелерәк үтә, тромбоз хәүефе кәмей.

* Билде үлсәү. Ҡорһаҡтағы майҙар йө­рәк-ҡан системаһы өсөн бигерәк хәүефле.

* Сәләмәт тормош алып барығыҙ, тоҙ, алкоголь менән мауыҡмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, күберәк хәрәкәт итегеҙ. Хәрәкәтсән мускулдар – гипертонияға ҡаршы ышаныслы ысул, тип белдерә табиптар.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в